Ҡурай
+21 °С
Облачно
Сәләмәтлек
20 Декабря 2020, 17:05

Сиратта беренсе - медицина хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар

Сибай ҡалаһы поликлиникаһында коронавирус инфекцияһына ҡаршы тәүге партия вакцинаны эшләү башланды.

COVID-19-ға ҡаршы тәүгеләрҙән булып прививка яһатҡандар араһында – “ҡыҙыл зона”лағы медицина хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар. Сибайға әлегә 30 доза вакцина ебәрелгән. Уларҙың 15-е – ковид-госпиталдә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн, ҡалғаны - ҡала мәктәптәре уҡытыусыларына. Быға аптырайһы түгел, сөнки тап ошо һөнәр кешеләре башҡалар менән күберәк аралаша, тимәк, уларҙың коронавирус йоҡтороу ихтималлығы юғары.
Вакцина ике этапта, өс аҙна арауығында эшләнә. Белгестәр фекеренсә, ошонан һуң иммунитет ике йылға тиклем һаҡлана.
Табип-эпидемиолог Радик Кейекбаев әйтеүенсә, был вакцина башҡаларҙан әллә ни айырылмай. Ул 18 – 60 йәштәге кешеләргә яһала. Бығаса үткәрелгән һынауҙар ҙа тап ошо категория граждандар араһында үткәрелгән. Киләсәктә, бәлки, был сикләүҙәр үҙгәртелер ҙә.
Инфекция госпиталенең өлкән шәфҡәт туташы Вәсилә Усманова фекеренсә, вакцинаның төп кире тәьҫире булып тән температураһы күтәрелеү тора. Шуға ла пациент прививканан һуң ярты сәғәт самаһы дауаханала ҡалырға тейеш.
Шуныһы мәғлүм: коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән. Өҫтөнлөклө исемлектә – медицина, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр, хроник сирлеләр.
Икенсе кимәлдәге исемлектә – транспорт һәм энергетика ойошмаларында, көс ведомстволарында, таможняла, хеҙмәтләндереү өлкәһендә, вахта ысулы буйынса эшләүселәр, шулай уҡ хәрбиҙәр.
Өсөнсө кимәл исемлектә – хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар, студенттар, дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәр.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанға коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинаның өсөнсө партияһы 13 декабрҙә килде.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Siratta-berense-meditsina-he-m-tk-r-re--m-u-itiusilar-599104/
Читайте нас