Был ысул – Яңы йыл бүләктәре. Ҡағыҙ тышлыҡта вирус 24 сәғәткә тиклем йәшәй алһа, тимер һауыттарҙа ул өс-биш көнгә тиклем һаҡланырға мөмкин.
Шуға күрә бүләктәрҙе битлектә һәм бирсәткәлә һатып алыу, шулай уҡ уларҙы кемдәндер ҡабул итеп алған хәлдә антисептиктар менән тулыһынса зарарһыҙландырыу, хатта балконға сығарып тороу зарур.
Азат Мөхәмәтйәнов байрам алдынан сауҙа үҙәктәрендә, магазиндарҙа кешеләрҙең ғәҙәттәгенән ҡарағанда ла күберәк булыуын билдәләне, бүләктәр һәм кәрәк-яраҡтар артынан иртән йәки кисен сығырға кәңәш итте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Auiriu-yo-torou-m-mkinlege-arta-608711/