Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Декабрь 2020, 00:00

“Шатлығыбыҙҙан иланыҡ та иланыҡ...”

Башҡортостанда йәшәгән Исхаҡовтар ғаиләһен Яңы йыл мөғжизәһе көтөп торған. Лотереяға уларҙың ун айлыҡ улдары Асҡар донъялағы иң ҡиммәтле препараттарҙың береһе- 160 миллион һумлыҡ препарат отҡан. Малайға 1-се типтағы арҡа-мускул атрофияһы тигән үлемесле диагноз ҡуйылған. Асҡарҙың ата-әсәһе Швейцария фармацевтика кампанияһы ойошторған лотерея уйынында ҡатнашыу өсөн заявка ебәрә.

Улар дарыу һатып алыуға кәрәкле ҙур сумманы йыйыу өсөн иҫәп асҡан була. Ауыр нәҫел сире бик тиҙ көсәйеүсән, мускулдарҙы фалиж һуға, йотоу һәм тын алыу органдары эшмәкәрлеге боҙола. Ахырҙа сабыйҙар ике йәшкә лә етмәй һәләк була. Төҙәтә булмаҫлыҡ үҙгәрештәр башланғанға ҡәҙәр ҡиммәтле уколды сабыйға ҡаҙап өлгөрөргә кәрәк...
- Көтөүҙең нисек ауыр булғанын белһәгеҙ икән! Дарыу отҡаныбыҙҙы белгәс, шатлыҡтан иланыҡ та иланыҡ! Һеҙ ҙә шатланаһығыҙҙыр, моғайын. Ҡәҙерле, һөйөклө ирекмәндәребеҙ, ярҙамсыларыбыҙ, һеҙ беҙҙең өсөн бер туғандар кеүек хәҙер, аҡса туплауҙа ярҙам күрһәтеүегеҙ өсөн һеҙгә ысын күңелдән ҙур рәхмәт!- тип яҙа Исхаҡовтар ғаиләһе социаль селтәрҙә. - Улыбыҙ Асҡар “Тормош лотереяһы” тип аталған поездың һуңғы вагонына эләгергә өлгөрҙө!
Асҡарҙың ата-әсәһе уйында ҡатнашҡан һуңғы уколды отоуҙарын 22 декабрҙә ишетә. Тәүҙә лотереяла еңеүсенең исемен хәбәр итмәгәс, улар ныҡ ҡайғыра. “Кискеһен һуңлап ҡына йәрәбәнең тап Асҡарға төшкәнен ишетеп, шатлығыбыҙҙың сиге булманы! Яңы йыл мөғжизәһе булды.”
Фото: Vk.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Shatli-ibi-an-ilani-ta-ilani-605726/
Читайте нас