Ҡурай
+21 °С
Облачно
Сәләмәтлек
2 Января 2021, 17:58

Әҙерләнгән салаттарҙы күпме һаҡларға?

Яңы йылды мөмкин тиклем мул ҡаршы алырға тырышып, уңған хужабикәләр тәүҙә магазиндан аҙыҡ-түлек ташығандыр, шунан инде салаттар, башҡа төрлө ризыҡтарҙы күпләп әҙерләп хәлдән тайғандыр. Ә хәҙер ял итергә лә мөмкин - һыуытҡыс кәштәләре аҙнаға етерлек әҙер аҙыҡ менән тулы.

Шулай ҙа салаттың тиҙ боҙола торған аҙыҡ икәнен иҫтән сығарырға ярамай. Һәр турамалағы ингредиенттарҙың һаҡлау срогы төрлөсә. Артып ҡалғанды һыуытҡыстың өҫкө кәштәһендә 2-5 градуста һаҡлау зарур.
- Сей йәки бешкән йәшелсә, емеш, ит, ыҫланған аҙыҡтарҙан яһалған салат һыуытҡыста 18 сәғәт боҙолмай һаҡлана.
- Консерваланған йәшелсә, бешкән йомортҡа - алты сәғәт.
- Диңгеҙ аҙығы менән - 12 сәғәт.
- Тоҙланған, маринадланған йәшелсәнән салат оҙағыраҡ - 36 сәғәткә тиклем яраҡлы.
Салатҡа өҫтәлгән майонез, ҡаймаҡ, соустар микроорганизмдар үрсеү процесын әүҙемләштерә генә, шунлыҡтан уларҙы ризыҡты өҫтәлгә бирер алдынан ғына ҡушырға кәрәк.
Бына шулай, алдан хәстәрләгән ризыҡтар ни тиклем йәл булмаһын, яраҡлылыҡ ваҡытына иғтибар итеү зарур. Иң тәүҙә аҙыҡтың һаулыҡҡа зыян килтереү-килтермәүе тураһында уйларға кәрәк.

Фото: ja.gotovlu.ru
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас