Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Ғинуар 2021, 10:10

Ҡан баҫымын нисек төшөрөргә?

Арыҫлан ҡойроғо (пустырник) менән энәлектән (боярышник) әҙерләнгән төнәтмә дарыухананан алған дарыуҙарға ҡарағанда ла яҡшыраҡ ярҙам итә

Уны әҙерләү өсөн быяла шешәнең өстән бер өлөшөнә үлән менән энәлек емешен һалырға һәм өҫтөнә тултырғансы араҡы ҡойоп, өс аҙна төнәтергә. Тәүге айында көнөнә биш-алты тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә, һуңынан көнөнә – өс тапҡыр, шулай уҡ бер балғалаҡ. Төнәтмәне һөҙөү кәрәкмәй. Дауаланыу курсы оҙаҡ, әммә үҙен аҡлай.
Фото: Т. Аманов.
Сығанаҡ: “Йәшлек” гәзите.
Читайте нас