Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Ғинуар 2021, 15:07

Саф һауала – сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер өсөн

Башҡортостанда 2021 йыл Сәләмәтлек һәм әүҙем өҙөн ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Ағиҙелдә 2019 йылда уҡ «Әүҙем оҙон ғүмерлелек» клубы барлыҡҡа килгәйне.

Клуб ағзалары әүҙем сәләмәт тормош алып бара, ҡалала үткән бөтә сараларҙа ла ҡатнаша. Күптән түгел «Башҡорт оҙон ғүмерлелек» республика программаһы буйынса Красноусолға сәйәхәт итеп ҡайттылар.
Раштыуа байрамын да клуб ағзалары саф һауала ҡаршыланы. Клубтың тренеры Лилиә Ғосманова уларҙы ҡарағай урманына сағырҙы. Унда төрлө спорт ярыштары үткәреп, йыр-бейеү менән күңел асҡандан һуң, үлән сәйе менән табын ҡороп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттылар
Читайте нас