Ҡурай
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Февраль 2021, 00:45

Өсөнсө вакцина – “КовиВак” теркәлде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы илдә коронавирус инфекцияһынан өсөнсө “КовиВак” вакцинаһы теркәлеүен белдерҙе

Ул Рәсәй Фәндәр академияһының М.П Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм әҙерләү ғилми үҙәгендә етештерелгән. Был шатлыҡлы хәбәр менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, тәүге 127 мең доза март урталарында халыҡты прививкалауға оҙатыла. Етештереүсе шулай уҡ донъя баҙарына сыҡмаҡсы.
“КовиВак” вакцинаһы “СпутникV” һәм “ЭпиВакКорона” вакциналарынан ҡала иҫәп буйынса ғына өсөнсө түгел, ә етештереү төрө буйынса ла өсөнсө. Уны бөтөн “үлгән” коронавирус нигеҙендә эшләгәндәр. Организмға индерелгәндә вирустың антигенлы составын таный, хәтерендә ҡалдыра һәм киләсәктә уның үҙен нисек тотоуына әҙер тора. Үҙәк директоры Айҙар Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, “КовиВак” мутациялы штамдарға ҡаршы ла тәьҫирле буласаҡ, сөнки унда вирус тотошлай ҡулланылған, ә геномдың өлөшсәләре генә түгел. Клиник һынау былтыр октябрь айында башланған, әлегә тиклем кире сифаттары асыҡланмаған. Аҙаҡ тестар өс мең ирекмәндә һыналасаҡ. Препаратты 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге пациенттарҙа ҡулланырға тәҡдим ителә. Һынауҙарҙың икенсе фазаһы тамамланғас, уны 60 йәштән өлкәнерәктәргә лә яһауҙары мөмкин.
Вакциналарҙың тәьҫирле булыуына, эпидемияны туҡтатыуына ҙур ышаныс бағлайбыҙ, әлбиттә. Әлегә республикала инфекция таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә 148 кешенең сирҙе йоҡтороуы асыҡланған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус ҡорбандары йәнә өс кешегә артҡан. Һәләк булғандар һаны хәҙер 248-гә етте. Тәүлектә 192 пациенттың һауығыуы билдәле, 5 334 ауырыу дауаланыуын дауам итә.
Битлек режимы республикала һаҡлана, үҙегеҙҙе миҙгелгә хас йоғошло сирҙәрҙән дә ҡурсаларға тырышығыҙ.
Фото:коронавирус-монитор.ру
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/s-ns-vaktsina--KoviVak-terk-lde-687526/
Читайте нас: