Баҡтиһәң, алоэ япраҡтарында эфир майҙары, егермегә яҡын аминокислота, B, C, E витаминдары, бета-каротин, клетчатка һәм башҡа бик күп тирене туҡландырғыс ферменттар һәм микроэлементтар күп икән. Косметологияла яраны уңалтыу, микробтарға ҡаршы сара булараҡ, тире елһенгәндә, ҡояшта янғанда, биттәге төктәрҙән, фурункулдарға, дерматиттан һәм башҡа тире ауырыуҙарынан яҡшы дауа булараҡ ҡулланалар. Алоэ һуты күҙәнәктәрҙе аса, таҙарта, тирене дымландыра, тартып ебәрә, сөнки тәрәнтен үтеп инеп, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, күҙәнәктәрҙең яңырыуын тиҙләтә.
Алоэнан битлектәр тирене йәшәртеп ебәрә. 1:1 нисбәтенән алоэ һутын һөт өҫтөн ҡушып болғатып яҡшылап таҙартылған тирегә яғырға кәрәк. Был битлекте иртән йә кисен эшләргә мөмкин, марля салфеткаһын ҡулланыу кәңәш ителә.
Шулай уҡ бер аш ҡалағы алоэ һутына ике ҡалаҡ иретелгән бал ҡушабыҙ һәм биткә һөртәбеҙ, шулай уҡ муйын тирһенә лә һыларға мөмкин. 10 -15 минут тотоп, йылымса һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Бындай битлектән һуң тирегеҙ йомшарып, матурланып ҡалыр.
Был үҫемлектең япрағын ғына алып иҙгеләп, биткә һылап 20 минут тирәһе тотаһың да, һыуыҡ һыу менән йыуаһың. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәҫ, тире йәшәреп китәсәк.
Шулай уҡ бешкәндә алоэ япрағын ҡырҡып алып, һутын марля салфеткаға һығып, яралы урынға бәйләргә кәрәк. Асыҡ яраға был файҙалы үҫемлектең япрағын уртаға ярып һалыу ҙа тиҙ һөҙөмтә бирер. Тик япраҡты йыш алыштырып торорға кәрәк, һөҙөмтәлә яра тартылып, тиҙерәк уңалыу яғына китер.
Шуныһы: алоэның яңы өҙөлгән япраҡтары ғына файҙалы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Y-sh-re-sere-bil--emlekt-688537/