Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, яңы вакцина классик технология буйынса эшләнгән һәм әүҙемлеге юҡҡа сығарылған, йәғни “үлтерелгән” SARS-CoV-2 вирусынан тора.
- Классик ысул менән вакцина етештереү өсөн вирусҡа ҡаршы эшләйәсәк вирустың үҙен бүлеп сығарырға кәрәк. Ә бының өсөн ошо вирусты алыу оҫталығы талап ителә, ул лаборатория шарттарында йәшәһен өсөн үрсетергә кәрәк, - тип яңы вакцина менән таныштыра Үҙәктең генераль директоры Айҙар Ишмөхәмәтов “Российская газета” хәбәрсеһенә биргән интервьюһында. - Вакцина етештереүҙең тағы ике варианты бар. Ҡайһы берәүҙәрендә тере көсһөҙләндерелгән вирусты ҡулланалар. Мәҫәлән, ошондай юл менән полиомиелитҡа ҡаршы вакцина уйлап табылған. Икенсе вариант – үлтерелгән йәки әүҙемлеге бөтөрөлгән вирусты ҡулланыу, әммә уның антиген үҙенсәлектәрен һаҡлауы шарт. Был вакцинаны индергәндә организм вирустың антиген составын таный, хәтерендә ҡалдыра һәм киләсәктә уның менән осрашҡанда “көрәшкә” әҙер тора.
Ғалим шулай уҡ нигеҙ итеп ниндәй вирусты һайлауҙарын да һөйләгән. Тикшеренеүселәр төрлө ауырыуҙарҙан алынған вирустарҙы өйрәнеп, нигеҙ өсөн бер пациенттың вирусын алырға булған. Әйтеүҙәренсә, тап ошо төр теремеклеге һәм айырым мөхиттә тиҙ үрсеүсәнлеге менән айырылған. Был технология фән донъяһында күптән билдәле.
“Спутник V” вакцинаһы кеше өсөн хәүефһеҙ булған вирустан етештерелә.”ЭпиВакКорона” - илдә икенсе булып теркәлгән вакцина, коронавирустың яһалма синтезланған пептидтарынан (аҡһымдарынан) тора. Вакцинала пептидтарҙың өс төрө файҙаланылған, шулай уҡ компоненттар организмға үтеп инһен өсөн йөрөтөүсе-аҡһымдар һәм ярҙамсы матдәләр ҡулланылған. Был пептидтарҙы прививкаланған кешенең иммун күҙәнәктәре таный һәм уларға ҡаршы антиесемдәр барлыҡҡа килә.
“КовиВак” вакцинаһын тикшереүҙәр былтыр Новосибирск, Санкт-Петербург, Киров ҡалаларында үтте. Клиник һынауҙарҙың өсөнсө фазаһы ошо йылдың мартына планлаштырылған, унда өс мең кеше ҡатнашасаҡ. Прививка ике аҙна интервал менән ике тапҡыр яһала. Кире реакциялар вакцинацияланғандан һуң тәүге өс көндә күренеүе ихтимал.
Әлегә был вакцинаны 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге кешеләргә яһау тәҡдим ителә. Клиник тикшеренеүҙәрҙең сираттағы этабы тамамланғас, был күрһәтмәләрҙең үҙгәреүе ихтимал. Халыҡты вакцинациялауҙы яҙғы осорҙа башларға ниәтләйҙәр.
Әлегә прививка яһатып өлгөрмәгән булһағыҙ, илебеҙҙә теркәлгән вакциналар тураһында ентекләп уҡый һәм өйрәнә алаһығыҙ. Мәғлүмәтле булыу – һеҙҙең файҙаға.