Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Март 2021, 20:05

Остеохондроз яфалай башлаһа...

Умыртҡа һөйәгенең елкә өлөшө остеохондрозы - йыш осраған хәүефле сир. Ваҡытында сара күрелмәгәндә, насар эҙемтәләргә - даими арыуға, гел йоҡо килеүгә, баш ауыртыуына, әйләнеүенә, күреү һәләтенең насарайыуына, ҡолаҡ шаулауына һәм иң ҡурҡынысы - мейеләге ҡан әйләнешенең боҙолоуына сәбәп булыуы мөмкин.

Был ауырыу тиҙ генә аҙып китә торғандарҙан түгел. Ғәҙәттә, табиптар әйтеүенсә, елкәлә остеохондроз барлыҡҡа килеү өсөн кәмендә алты ай ваҡыт үтергә тейеш. Бер-ике ай элек ошо өлөштә ауыртыу тоя башлаған саҡта, түбәндә яҙылған боҫламалар (компресс) ярҙам итер, сиргә ныҡлап тамыр йәйергә юл ҡуймаҫ.
Боҫлама өсөн картуф, бал һәм аҡ шыршы (пихта) майы кәрәк буласаҡ.
1. Сей картуфты ваҡ итеп ҡырып, 1:1 миҡдарында бал менән бутайбыҙ.
2. Ошо массаны елкә өлөшөнә һәм яурын башына һалабыҙ.
3. Өҫтөн махсус ҡағыҙ, шунан таҫтамал менән ҡаплап, нығытып бәйләп ҡуйырға кәрәк.
4. Ике сәғәт тотабыҙ. Алғас, еүеш йылы салфетка менән һөртөп, шул урынды аҡ шыршы майы менән һылайбыҙ.
Дауалау курсы 7-10 көн дауам итергә тейеш.
Бал менән массаж яһап, аҙағынан баллы компресс һалыу ҙа ауыртҡан урынға ыңғай тәьҫир итәсәк. Бындай дауа ауыртыуҙы баҫа һәм сирҙең аҙып китеүенә ҡаршы сара була ала, сөнки бал тире күҙәнәктәре аша тоҙҙарҙы, токсиндарҙы һурып алыу көсөнә эйә.
Фото: med-advisor.ru
Читайте нас: