Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Март 2021, 20:15

Пневмония өс тапҡырға артҡан...

“Росздравнадзор” белгестәре ил төбәктәрендә 2021 йылдың ғинуар айында пневмония ауырыуы буйынса статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе.

Рәсми һандарға ҡарағанда, Башҡортостанда был диагноз ҡуйылған сирлеләр һаны былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда өс тапҡырға артҡан.
2020 йылдың тәүге айында республикала пневмония менән 2 204 кеше сирләгән, шул иҫәптән 938 бала. Быйыл ошо уҡ осорҙа ауырыуҙар һаны 6 416-ға еткән, балалар - 123. Белгестәр шулай уҡ COVID-19 сәбәпле барлыҡҡа килгән пневмония буйынса статистиканы ла килтергән. Рәсми һандарҙан күренеүенсә, ғинуарҙа ошондай 604 пациент асыҡланған, уларҙың араһында биш бала ла бар, тип хәбәр итә UfaTime.ru.
Фото: UfaTime.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Pnevmoniya-s-tap-ir-a-art-an-714705/
Читайте нас: