Улар ауыртҡан урынға ятып, мырылдай башлай, тәне менән йылыта. Хатта етди осраҡтарҙа сирле кеше эргәһенән бөтөнләй китмәүе мөмкин. Статистика буйынса, бесәй аҫраған кешеләр табиптарға башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға һирәгерәк йөрөй.
Бесәйҙәрҙең хужаларын йөрәк өйәнәгенән һәм гипертония кризынан ҡотҡарыуын раҫлаған бик күп ваҡиғалар бар. Ул хатта өйәнәк буласағын иҫкәртә ала. Хужаһының асыу-ярһыулы, көсөргәнешле мәлен һиҙеп, хәлен еңеләйтмәксе булып, уға һыйына, иркәләнә. Кешелә миокард инфарктының ҡабатланыу хәүефен кәметә. Бесәйегеҙҙе бер нисә минут иркәләп һыйпау менән ҡан баҫымығыҙ һәм пульсығыҙҙың нормаға килеүен тойорһоғоҙ. Был йән эйәһе арыу-талсығыуҙы, көсөргәнеште ҡул менән һыпырып ташлағандай бөтөрә, иң яҡшы психотерапевт та, невропатолог та улар. Йоҡоһоҙлоҡ, депрессия борсоһа, өйөгөҙҙә бесәй тотоғоҙ. Айырыуса оҙон йөнлө себер, ангор, мысыр һәм башҡа тоҡомлолары – иң яҡшы “табип”тар. Ҡара төҫтәгеләре һеҙҙең кире энергияғыҙҙы һурып алыр, ерәндәре ыңғай көс-ҡеүәт бирер, һорғолт-күкһелдәре тынысландырыр. Аҡ төҫтәгеләре бөтә күрһәткестәр буйынса ла өҫтөн, иң яҡшы дауалаусылар. Бесәйҙәрҙең 4-16 герц йышлығындағы мырылдауы иммунитетҡа ыңғай йоғонто яһай. Ғалимдарҙың әйтеүенсә, мырылдау ультратауыш менән дауалағандағы кеүек йәрәхәттәрҙең тиҙерәк уңалыуына, һөйәктәрҙең нығыуына булыша. Мысыр бесәйҙәренең быуын ауыртыныуын, остеохондроз билдәләрен еңеләйтеүе билдәле.
Геронтология институты ғалимдары бесәйҙәрҙең кеше ғүмеренә тәьҫирен өйрәнгән һәм шундай һығымтаға килгән: ғүмер буйы йорттарында ошо йомшаҡҡайҙарҙы тотҡан кешеләр был йән эйәһен үҙһенмәгәндәргә ҡарағанда уртаса 10,3 йылға күберәк йәшәй. Биоэнергетиктар фекеренсә, бесәй – ул ысын энергия-мәғлүмәт приборы. Әгәр йыш ҡына хужаһының башына ятырға тырыша икән, тимәк, кешелә гипертония булыуы йәки баш ауыртыуынан яфаланыуы ихтимал. Һул яҡ яурынығыҙ тирәһенә ятырға тырышһа, йөрәгегеҙҙе тикшертегеҙ. Бөйөрөгөҙҙөң борсоуын һиҙһә, бесәйегеҙ мотлаҡ билегеҙҙе йылытасаҡ. Был ғәжәп йән эйәләре хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине...