Ҡурай
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
16 Март 2021, 23:20

Беҙҙе иҫкәртәләр: туберкулез

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус буйынса яңы методик тәҡдимдәр әҙерләгән. Быныһында COVID-19 сирен дауалау өсөн тәҡдим ителгән препараттар исемлеге ҡыҫҡартылған, коронавирус мутациялары һәм сирҙе үткәргән пациенттарҙың туберкулез менән сирләү хәүефе юғарылығы хаҡында аңлатылған.

Министрлыҡ тәҡдимдәренең унынсы вариантында сирҙе дауалауҙа ҡулланылған “Азитромицин” антибиотигын исемлектән алғандар. Унда “Фавипиравир”, “Ремдесивир”, “Умифеновир”, “Гидроксихлорохин” һәм “Интерферон-альфа” препараттары ҡалған.

Ҡайһы бер дарыуҙарҙың һөҙөмтәлелеге тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт булмау сәбәпле, уларҙы ҡулланыуҙы табиптар комиссияһы хәл итә. Документта 2020 йылдың декабрендә Англияла табылған вирус ҡуҙғытҡысы тураһында ла әйтелә. Уны өйрәнеү дауам итә, әммә әлеге ваҡытҡа вирустың яңы варианты тыуҙырған инфекцияның ауыр үтеүе йәки юғары үлем осраҡтарына килтереүе тураһында мәғлүмәт юҡ.

Коронавирусты йоҡторғанда барлыҡҡа килгән тәүге билдәләр тураһында мәғлүмәт байыған. Сир осраҡтарының 90 процентында температура күтәрелеүе, 80 процентында – йүтәл, 30 процентында тын ҡыҫылыуы күҙәтелгән. Йыш ҡына ауырыуҙарҙы күкрәк ситлегендә ауыртыныу, хәлһеҙлек яфалаған. Бынан тыш, тәүге билдәләр араһында мускулдарҙың ауыртыныуы, аң юғалыуы, баш ауыртыуы, диарея, уҡшыу, ҡоҫоу, йөрәк ҡағыу күренештәре лә күҙәтелеүе ихтимал.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, коронавирусты үткәргән пациенттарҙа туберкулез хәүефе арта, шуға күрә пациенттарға стационарҙарҙа мотлаҡ рәүештә латентлы туберкулез инфекцияһына тест үткәреү кәрәк, тип иҫәпләй министрлыҡ белгестәре.

– Ковид һөҙөмтәһендә пневмонияға дусар пациенттарҙың ҡанында лейкопения, лимфопения күҙәтелә. Был латентлы туберкулез инфекцияһына юлығыу хәүефен тыуҙыра. Ковидтан һуң күп ауырыуҙарҙа фиброз рәүешендә ҡалдыҡ үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Пациенттарҙың был категорияһы киләсәктә туберкулез менән сирләү хәүефенә дусар булыуы ихтимал, – тиелә документта.

Фото: amp.clutch.ua
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/be-e-i-k-rt-l-r-tuberkulez/
Читайте нас: