1. Башығыҙ ауыртһа, бер стакан һалҡын һыу эсегеҙ. 15-20 минутта баш ауыртыуы үтер. Ҡайһы саҡта организм шыйыҡса етмәүҙе шулай иҫкәртә.
2. Баш ауыртыуын тәҙрә төбөндәге яран гөл дә дауалай. Уның япраҡтарын бер аҙ һелкетегеҙ ҙә һауаны һулағыҙ.
3. Тамаҡ ауыртҡанда ҡәнәфер ярҙам итә. Бер-ике бөртөк тәмләткесте ауыҙығыҙҙа мөмкин тиклем оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ, хатта көн буйы йөрөтһәгеҙ ҙә була. Ҡәнәфер – бик көслө антисептик, ул хатта ангина менән ауырығандарҙы ла дауалай.
4. Ҡан баҫымын күтәреү өсөн бер аҙ коньяк ҡушылған ҡәһүә эсергә кәрәк.
5. Имбирлы сәй ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итер. Бының өсөн таҙартылған имбир тамырын ваҡлап киҫегеҙ, бер аҙ бөтнөк ҡушығыҙ һәм, ҡайнар һыу ҡойоп, 7–10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ. Бер аҙ һыуынғас, кәрәгенсә лимон, бал һалып эсегеҙ.
6. Һалҡын алдырғанда һәм тымау тейгәндә лә имбир файҙалы. Ул йылыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, тирләргә булышлыҡ итә.
7. Ҡан әйләнеше насар булып, аяҡ-ҡулығыҙ өшөһә, имбирлы сәй эсеп йылынығыҙ.
8. Көр күңелле булғығыҙ килһә, хуш еҫле розмарин майын ҡулланығыҙ. Уны сикәгеҙгә һөртһәгеҙ, йоҡоғоҙ шунда уҡ ҡасыр.
9. Бал – иң яҡшы йоҡо дарыуы. Ятыр алдынан бер балғалаҡ бал ашаһағыҙ, йоҡоғоҙ тыныс һәм ҡаты булыр.
10. Һалҡын тейгәндә, киҙеү эләктергәндә, ангина менән ауырығанда тәбиғи алма һеркәһе файҙалы. Уға 1:1 нисбәтендә һыу ҡушығыҙ, бер аҙ бал һалығыҙ. Бындай эсемлек һыуһынды ҡандырыр, температураны төшөрөр, организмды С витамины менән байытыр, һауығыуҙы тиҙләтер.
11. Бешкән урынға ике-өс минутҡа боҙ һалығыҙ йәки һалҡын һыу аҫтанда тотоғоҙ, унан бал һөртөгөҙ. Ярты сәғәт самаһы яра ныҡ ауыртыр, уның ҡарауы, аҙаҡ бер ниндәй ҙә эҙе ҡалмаҫ.
12. Йәшлек эсемлеге: лимонлы-баллы һыу һәм зәйтүн майы. Иртәнге ашҡа тиклем ярты сәғәт алдан бер балғалаҡ зәйтүн майы ҡабып, артынса бер стакан баллы-лимонлы һыу эсегеҙ. Эсемлекте кистән әҙерләп ҡуйығыҙ. Ул аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеген яйға һала, шлактарҙы сығара, организмды витаминдар менән байыта.
13. Кейәү үләне (ҡанүлән) ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итә. Бронхит менән сирләгәндә эсһәң, тиҙерәк шәбәйәһең. Тик уны төнгөлөккә эсергә кәңәш ителмәй, сөнки бәүел ҡыуыу кеүек үҙенсәлеге бар.