Бөгөн эпидемиологик хәл бер ни тиклем тотороҡланғандай тойолһа ла, хәүеф кәмемәгән әле. Илдә вакцина яһау кампанияһы дауам итә. Республикала “Гамалея” үҙәге етештергән “Спутник V” вакцинаһын 120 меңдән ашыу кеше ҡаҙатты ла инде. Тәү сиратта уҡытыусылар, медицина, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре прививка кампанияһына әүҙем ҡушылды. Алдағы айҙарҙа республикаға тағы ла бер нисә йөҙ мең вакцина дозаһы киләсәк. Тимәк, коронавирус эпидемияһын “ауыҙлыҡлап”, үҙебеҙҙе генә түгел, яҡындарыбыҙҙы, таныштарыбыҙҙы хәүефтән ҡурсалай аласаҡбыҙ.
Күптәрҙең вакцина яһатыу тураһында һүҙ сыҡҡанда икеләнеүҙәрен тоябыҙ. Ул һаулыҡҡа зыян итмәҫме, сирҙе үткәреп ебәреү яҡшыраҡ булмаҫмы?” – тип уйланғандарын беләбеҙ.
Вакцина нисек тәьҫир итә? Уны иммун системаһын яһалма рәүештә әүҙемләштереү, аныҡ ҡуҙғытҡысты танырға өйрәтеү өсөн файҙаланалар. Вакцина яһатҡандан һуң инфекция үҫешмәйәсәк, сөнки организм сирҙе ҡуҙғытыусыны ҡаршы алырға һәм зарарһыҙландырырға әҙер.
“Спутник V” вакцинаһының тәьҫирлелеге тураһында мәғлүмәттәр иң абруйлы “Ланцет” фәнни медицина журналында баҫылып сыҡҡан. Баһа юғары, осраҡтарҙың 92 процентында вакцина антиесемдәр эшләп сығарып, вирусҡа ҡаршы торған. Прививкаланған кеше үҙен тыныс тоясаҡ, әүҙем йәшәйәсәк һәм аралашасаҡ, пандемияға тиклемге ғәҙәти тормошон дауам итәсәк.
Энә ҡаҙаған урындың бер аҙ ауыртыуы, һирәк осраҡта ҡыҙарыуы һәм ҡысытыуы мөмкин. Был билдәләр үҙенән-үҙе бөтә, дауалау кәрәкмәй. Ике этаптан торған вакцинация бик тәьҫирле. Береһе көсһөҙөрәк булһа, икенсеһе сирҙән һаҡлауҙы гарантиялай. Вакцинала коронавирус юҡ, шуға күрә прививканан сирләү мөмкин түгел!
Граждандарҙың фекеренә ҡарағанда, вакцина еңел үткәрелә, айырыуса өлкәндәр тарафынан. Ҡайһы саҡта температураның күтәрелеүе, тәндең ауыртыныуы, хәлһеҙлек күҙәтелеүе ихтимал. Был билдәләр, иң күп тигәндә, өс көн эсендә юҡҡа сыға.
Сирҙе үткәргән кешеләр уның нисек ауыр булыуын яҡшы белә, шуға күрә улар араһында вакцина яһатырға теләгәндәр күп. Әлегә уларға прививка рөхсәт ителмәй, яҡын көндәрҙә был ҡараштың үҙгәреүе көтөлә.
Вакцина яһатыу ирекле, препараттар етерлек, өҫтәмә прививка пункттары асылып тора. Үҙегеҙ тураһында ғына түгел, ата-әсәләрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һаулығы тураһында борсолһағыҙ, мотлаҡ прививка яһатыуға яҙылығыҙ. Яҙылыу ысулдары байтаҡ: Дәүләт хеҙмәттәре порталы, регистратура, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы, Берҙәм медицина порталы, 13-01 йәки 8-800-347-13-01 телефондары (1 апрелдән 122 телефоны) аша.