Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
1 Апрель 2021, 21:20

Йөҙөм һыуы бауырҙы таҙарта

Был файҙалы эсемлекте кистән әҙерләргә кәрәк.

Ике стакан һыу, 150 грамм йөҙөм алына. Таҙа итеп йыуылған йөҙөмдө ҡайнап сыҡҡан һыуға һалып, талғын утта 20 минут ҡайнатығыҙ. Һауытты ябып, төнгөлөккә ҡалдырығыҙ.
Иртәнсәк эсемлекте саҡ ҡына йылытып, ашарҙан ярты сәғәт алда бер стакан эсергә кәңәш ителә. Ҡалған өлөшөн һыуытҡысҡа ҡуйып, иртәгәһе көндә ҡулланырға мөмкин.
Төнө буйы бүрткән йөҙөмдө ташларға ашыҡмағыҙ, уны һоло бутҡаһына, ҡырғыс аша үткәрелгән сөгөлдөргә ҡушып ашарға була. Шулай уҡ был көндәрҙә организмды тағы ла һөҙөмтәлерәк таҙартыу өсөн алма, кишер, сөгөлдөр, топинамбур, шпинат, ҡара емеш кеүек ризыҡтар ашарға кәңәш ителә.
Эсемлекте дүрт-биш көн эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Ул бауырҙы, шулай уҡ ниндәйҙер кимәлдә тотош организмды таҙарта. Йөҙөм – шәкәргә бай емеш, шуға күрә ҡандағы шәкәр миҡдарына насар тәьҫир итеп ҡуймаһын өсөн был файҙалы эсемлекте сама белеп кенә (күп тигәндә бер аҙна) эсегеҙ. Әҙерләү өсөн йөҙөмдөң барлыҡ сорттарын да ҡулланырға мөмкин.
Фото: liveinternet.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Y--m-iui-bauir-i-ta-arta-739949/
Читайте нас: