7 апрелдә йәйәү атлау сараһына йәштәр ҙә ҡушылды. Ҡалала —“Тормошҡа табан 10000 аҙым” акцияһы старт алды.
Ирекмәндәр сарала ҡатнашыусыларға йәйәү йөрөүҙең файҙаһы тураһында брошюралар таратты, гимнастика күнегеүҙәре үткәрҙе. Аҙаҡ сарала ҡатнашыусылар Сәләмәтлек һуҡмағы буйлап ҡаланы биләмәһен йәйәү ураны.
Саранан барыһы ла күтәренке кәйеф, сәләмәт йәшәү дәрте менән таралышты.