Ҡала дауаханаһының баш табибы Мурад Авзалов әйтеүенсә, Нефтекамаға 15 мең доза вакцина ҡайтарылған. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн дауахананың һәр бүлегендә прививка яһатыу кабинеттары асылған, улар ял көндәрендә лә эшләй.
Тағы ла бер прививка яһатыу пункты “Урал” сауҙа үҙәгендә бар. Бирелә вакциналау кабинеты аҙна буйына, шул иҫәптән шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә лә эшләй.
Шулай уҡ Мурад Рәзил улы билдәләүенсә, прививка яһатыусылар һаны етерлек йыйылһа, медицина бригадаһы вакциналау өсөн ҡала предприятиеларына ла барырға әҙер. Баш табип һүҙҙәренә ҡарағанда, Нефтекамала вакцинаға ихтыяж бар, кешеләр прививка яһатыу кәрәклеген аңлай һәм уны эшләтергә әҙер.