Зарядкаға кесаҙна менән йәкшәмбе көндәренән тыш көн һайын сәғәт туғыҙҙа киләләр. Был ике көндә клубсылар йыраҡ алыҫлыҡҡа походтарға йөрөйҙәр. Күнекмәләрҙе клубтың тренеры Лилиә Ғосманова үткәрә.
Зарядка тамамланғандан һуң түңәрәккә баҫып бейейҙәр. Клуб етәкселәренең береһе Татьяна Порсева Василә Фаттахованың "Туған яҡ" йырына бейеү һалған, уны түңәрәккә баҫып бейейҙәр. Был бейеү тамамланғас, түңәрәк уртаһына Гүзәл Шахмина сыға. Ул төрлө ил бейеүҙәрен өйрәтә. Клубсылар грек һәм румын бейеүен яратып башҡара.
Бейеүҙәр тамамланғандан һуң теләүселәр волейбол уйнайҙар, һыу инәләр.
Пляжға клубсылар ейәндәрен дә алып килә, балалар ҙа ысын күңелдәрен биреп өлкәндәр менән шөғөлләнә. Клубсылар бөтә теләгән кешеләрҙе дә уларҙың иртәнге зарядкаһаны ҡушылырға саҡыра.