-3 °С
Ҡар
Рәсәйҙә йәшәүселәр грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән йышыраҡ ауырый башлаған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала сир күрһәткесе 35,4% артҡан, ә 37 субъектта ул ил кимәленән артып киткән.
Иң ныҡ таралған штамм - А (H1N1)-2009 йәки «сусҡа киҙеүе», ул Рәсәйҙең 82 субъектында теркәлгән. Табиптар A(H3N2) һәм B вирусының да баш ҡалҡытыуын билдәләй.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, илдә прививка кампанияһы барышында 74 миллиондан ашыу кеше вакцина яһатҡан — халыҡтың 52%. Башҡортостанда иһә 49,9% тәшкил иткән.
Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.