Ҡурай
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Ғинуар 2023, 10:48

Рәсәйҙә электрон тәмәке тартыуҙы тыйыуҙары ихтимал

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин ошо мәсьәләне ҡарарға һәм профилле комитеттарға тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Рәсәйҙә электрон тәмәке тартыуҙы тыйыуҙары ихтимал
Рәсәйҙә электрон тәмәке тартыуҙы тыйыуҙары ихтимал

Рәсәй Дәүләт Думаһы электрон тәмәкеләрҙе тыйыу мөмкинлеген ҡарай, тип хәбәр иттеләр парламенттың түбәнге палатаһының телеграм-каналында. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин ошо мәсьәләне ҡарарға һәм профилле комитеттарға тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

Спикер билдәләүенсә, был башланғыс уҡыусылар араһында вейп тартыуҙың популяр була барыуы менән аңлатыла.

Бынан тыш, Рәсәй Дәүләт Думаһы никотинды электрон илтеп биреү системалары өсөн тәмәкегә акциздарҙы арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

 

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: