-3 °С
Ҡар
Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документтарға ярашлы, Рәсәй Президентының 2023 йылдың 27 мартындағы указы менән Башҡортостандың ике табибына федераль почетлы исемдәр бирелде.
«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Сергей Аверьянов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» исемен алды. Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.