Ҡурай
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Апрель 2023, 15:29

Ҡалтасы районында тәгәрмәсле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул иткән

Уның тәүге пациенттары Яңы Туҡран ауылы халҡы булған.

Ҡалтасы районында тәгәрмәсле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул иткән
Ҡалтасы районында тәгәрмәсле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул иткән

Уның тәүге пациенттары Яңы Туҡран ауылы халҡы булған. Район дауаханаһының автопаркына яңы транспорт милли проект сиктәрендә ҡайтарылған.

Бындай фельдшер-акушерлыҡ пунктының үҙенсәлеге шунда: ул медпунктты һәм фельдшерҙы райондың төпкөл ауылдарында йәшәүселәргә «алып барырға» мөмкинлек бирә. Уның ярҙамында халыҡ медицина тикшереүе, диспансерлаштырыу йәки вакцинациялау үтә ала.

Махсус машина менән тәүге сығыуҙа пациенттарҙы Ҡалмаш фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Римма Миңелбаева ҡабул иткән. Ул бындай автомобилдең комплектацияһы хаҡында һөйләгән. Машина эсендә пациенттарҙы ҡабул итеү һәм ҡарау өсөн кушеткалар менән ике ҙур булмаған бүлек бар.

Автомобиль акушер креслоһы менән дә йыһазландырылған. Бында электрокардиограф, тонометрҙар, глюкометрҙар, дефибриллятор, ЭКГ аппараты, һыуытҡыстар бар, бер өлөшөндә ҙур булмаған раковина урынлашҡан.

Ауылға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты килеп туҡтатылыу менән тәүге пациенттар ҙа килеп еткән. Һәм бына тәүге пациент - ул ҡыҙыҡ өсөн түгел (автомобилде ул республика табиптарыныҡы тип ҡабул иткән), ә ҡан баҫымына зарланып килгән. Ысынлап та, ул юғары булған, пациентҡа кәрәкле кәңәштәр һәм дарыуҙар бирелгән.

Яңы Туҡран ауылының иң өлкән кешеһе Фәғилә Хаматнурова медицина ярҙамы машинаһына фельдшер Римма Евгеньевна саҡырыуы буйынса килгән.

Фәғилә Ихиәт ҡыҙы 1935 йылда тыуған. Ауылдың оло йәштәге кешеләренә ҡайҙалыр, шул иҫәптән район дауаханаһына барыу ауырыраҡ. Ул ошондай күсмә медпункт өсөн ауыл халҡы исеменән республика, район, дауахана етәкселегенә рәхмәт белдергән.

- Һаулыҡ - кешенең иң ҡиммәтле байлығы. Хәҙер уны тикшерер өсөн беҙгә, ололарға, район үҙәгенә барырға, сираттарҙа торорға, икенсе ҡатҡа күтәрелергә кәрәкмәйәсәк. Барыһына ла рәхмәт әйтәм һәм һаулыҡ теләйем!

Артабан медицина комплексы график буйынса медицина пункты булмаған ауылдарға юлланасаҡ.

Сығанаҡ: Калтасинская Заря

Ҡалтасы районында тәгәрмәсле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул иткән
Ҡалтасы районында тәгәрмәсле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул иткән
Автор:
Читайте нас: