-3 °С
Ҡар
Ишембай үҙәк район дауаханаһы хирургтары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең умыртҡа һөйәгендәге пуляны алған. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, быйыл февраль айында яҡташыбыҙ ҡаты яраланған. Донецк Халыҡ Республикаһы госпиталендә уға тәүге ярҙам күрһәткәндәр, һуңынан Дондағы Ростовҡа һәм Һамарға дауаланырға ебәргәндәр. Бында уның бил тирәһендә пуля тапҡандар. Әммә урында нейрохирургтар булмағас, операция яһамағандар.