Фестиваль Башҡорт дәүләт университетында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында аҫаба халыҡтар телдәренә, Башҡортостан Республикаһының - 100, вуздың 110 йыллығына арналып үтте. Барлығы 436 делегат ҡатнашты.
Фестивалдә йәмғеһе 15 секцияла донъяның төрлө телдәре, уларҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре, замана шарттарында телдәрҙе өйрәнеү һәм популярлаштырыу алымдары тураһында һүҙ барҙы. Сарала ҡатнашыусылар донъяның 40-тан ашыу теле тураһында 198 эш тәҡдим итте.
Гимназия намыҫын 8 класс уҡыусыһы Эльдар Сәрүәретдинов һәм 7 класс уҡыусыһы Фәриҙә Разетдинова яҡланы. Уларҙы был сараға инглиз теле уҡытыусыһы Зимфера Моҡаева әҙерләне.
Эльдар телдәрҙе өйрәнеү әһәмитенә иғтибар йүнәлтеп, өс телдә мәҡәлдәр әйтеү буйынса интерактив уйын үткәрҙе. Фәриҙә гимназияла эшләп килгән лингвостудия эше менән таныштырҙы. Был студияла шөғөлләнгән уҡыусылар башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен рус һәм инглиз телдәренә тәржемә итә. Аҙаҡ Фәриҙә менән Эльдар сарала ҡатнашыусыларға үҙҙәре төҙөгән шиғырҙар һәм мәҡәлдәр тәржемәһе йыйынтыҡтарын бүләк итте. Делегаттар Ағиҙел уҡыусыларының сығышын йылы ҡабул итте.
Фестивалдән Ағиҙел гимназистары сертификаттар, рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайтты.