Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
4 Февраль 2020, 20:59

Ағиҙел ҡалаһында Башҡорт теле йылы нисек үтәсәк?

Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы администрацияһында Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының кәңәшмәһе үтте.

Кәңәшмәне асып, ойоштороу комитетының рәйесе, социаль мәсьәләләр буйынса ҡала башлығы урынбаҫары И.Ә. Ялашев ҡалала туған башҡорт телен һәм башҡорт дәүләт телен үҫтереү беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ һәм Башҡорт теле йылы сиктәрендә үткәреләсәк сараларға бөтә көсөбеҙҙе һалырға кәрәк, тип билдәләне.
Кәңәшмә барышында Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Э.Р. Айытҡолова тарафынан раҫланған Башҡорт теле йылы сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса Методик күрһәтмәләр ҡаралды. Ойоштороу комитеты ағзалары билдәләүенсә, был документ Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса эш пландарын төҙөү өсөн дә, шулай уҡ бөтә сараларҙы сифатлы башҡарыуҙа ла ҙур таяныс буласаҡ.
Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Г.Ә. Денисламова Бөтә донъя башҡорттары президиумының Методик күрһәтмәләрендә бирелгән һәр бер йүнәлеш буйынса Башҡорт теле йылы сиктәрендәге ҡаланың эш планына конкрет тәҡдимдәрен индерҙе. Ойоштороу комитеты ағзаларының ҡалала башҡорт телен популярлаштырыуға арналған флешмобтар, акциялар, интернет-конкурстар, конференциялар үткәреү буйынса үҙенсәлекле идеялары һәм тәҡдимдәре яңғыраны.
Шулай уҡ ҡаланың мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм дөйөм белем биреү ойошмаларында туған тел һәм дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнеүсе балаларҙың һанын арттырыу, башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән клубтар, театрҙар һәм ижад түңәрәктәре асыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Кәңәшмәне йомғаҡлау барышында Башҡорт теле йылы сиктәрендәге сараларҙың уңышлы үтеүе ойоштороу эштәренең әҙерлекле булыуына, ғөмүмән, ваҡытлы һәм сифатлы планлаштырылыуға бәйле, тип билдәләнде.
"ВКонтакте" социаль селтәрендәге Ағиҙел ҡалаһы башҡотттары ҡоролтайы битенән.
Читайте нас: