Ҡурай
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
9 Февраль 2020, 21:21

"Арғымаҡ" төркөмө Ағиҙелгә килде

Башҡорт теле йылы сиктәрендә Ағиҙелдә барған сараларға йәм, мәртәбә өҫтәүсе тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға булды: 8 февраль көнө Ағиҙел ҡалаһына ижади сәфәр менән республикабыҙҙың танылған “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө килде.

Көндөң беренсе яртыһында төркөмдөң солисы Ринат Рамаҙанов “Савитар” балаларға өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында уҡыусылар өсөн башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уның бөйөк шәхестәребеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ тураһында илһамлы сығышын уҡыусылар айырым бер ихласлыҡ менән ҡабул итте. Дәрестә ҡатнашыусылар интернет селтәрендә “Арғымаҡ” төркөмөнә яҙылып, уның ижады менән даими таныша һәм гел бәйләнештә була алыуҙарына бик ҡыуандылар.
Ә төштән һуң ижади коллектив “Иҙел” мәҙәниәт йортонда ҡала тамашасыларына сағыу байрам бүләк итте, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ йырҙарын яңы стилдә юғары сәнғәти оҫталыҡ менән башҡарҙы. Егеттәрҙең һәр бер йыры, ашып-ташып торған дәрте тамашасылар күңелендә иҫ китмәле йылы тойғолар ҡалдырҙы. Бигерәк тә улар рух көслөлөгө, телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата оло ихтирамы, һөйөүе менән таң ҡалдырҙы. Концерттан һуң тамашасылар талантлы артистар менән фотоға төшөп, әңгәмәләшеп, уларға киләсәктә ижади уңыштар, яынын-яңы үрҙәр теләп оҙатып ҡалды.
Читайте нас: