Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
11 Февраль 2020, 23:23

Ағиҙелдә башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды

10 февралдә Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһы базаһында ҡала халҡы өсөн башҡорт теленән курстар башланды.

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу курстары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан 2018 йылдың 17 авгусында раҫланған 395-се һанлы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡ телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында бойомға ашырыла. Дәрестәрҙе Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының доценты, филология фәндәре кандидаты Әхәт Ғәлим улы Илмөхәмәтов үткәрә. Курстарҙы тыңлаусылар башҡорт телен өйрәнеүҙе аҙна буйына көндөҙгө бүлектә, артабан ситтән тороп йәки дистацион формала дауам итәсәктәр.
Башҡорт теле йылы ҡалабыҙҙа уңышлы һәм һөҙөмтәле булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: