Ҡурай
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
12 Февраль 2020, 11:10

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө!

Был көн шағирҙы хәтергә генә алыу түгел, уның ижады менән ҡабаттан танышыу, халыҡ менән аралашыу көнө лә.

Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый.
Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.
1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б. Ошо уңайҙан республикала бихисап саралар үтә.
Читайте нас: