Ҡурай
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
12 Февраль 2020, 21:36

Башҡорт теле дәресе – музейҙа

Ағиҙелдә башҡорт телен өйрәнеү курстары дауам итә. Бөгөн дәрестәрҙең практик өлөшө ҡала музейында үтте.

Дәрестәрҙе алып барыусы Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты Әхәт Ғалим улы Илмөхәмәтов курстарҙы тыңлаусыларға музей экспонаттары тураһында башҡорт телендә һөйләне. Күп экспонаттарҙың төрлө диалекттарҙа нисек аталғанын әйтте.
Әхәт Ғалим улы үҙе лә ҡала тарихын ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Тел белгесенең һәр экспонатҡа йә йыры, йә шиғыры бар.
Бигерәк тә башҡорт телен өйренеүселәргә башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме тураһында лекция оҡшаны. Манекендағы һәм кейем өлөшөнөң тәғәйенләнеше, төҫө, материалы, биҙәү элементтары тураһында филологик фәндәре кандидаты ентекләп һөйләне.
Экскурсия ҡала китапханаһында дауам итте. Өлкән китапханасы Хафаса Шәйехмурзина Ағиҙел китап һөйөүселәрҙең үтенесен еткерҙе. Улар башҡорт әҫәрҙәренең тәржемәләре аҙ булыуға зарланалар икән. Популяр башҡорт романдарының тәржемәләрен сират тороп уҡыйҙар, тине китапханасы.
Китапханала күргәҙмәләр ике телдә биҙәлгән.
Әхәт Ғалим улы музей һәм китапханаға уңыштар теләп, ҡунаҡтар китабында ҡултамғаһын ҡуйҙы. Китапханасылар форсаттан файҙаланып, бер нисә атаманы тәржемә иттереп тә алдылар.
Читайте нас: