Ҡурай
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
22 Февраль 2020, 01:31

Иҫтәлекле осрашыуҙар

Ағиҙелдә Туған тел көнөн бихисап саралар менән билдәләнеләр. Үҙәк ҡала китапханаһында үткән саралар тураһында «Ағиҙел шишмәләре» әҙәби берләшмәһе рәйесе Рәфисә Салихйәнова һөйләй.

- Изге йома көндәре менән, дуҫтар! Бөгөнгө көнөм ҡотлауҙарҙан башланды. Бөтә донъя туған тел көнө бөгөн! Һәр милләттең үҙ әсә теле үҙенә бик ғәзиз, бик тә ҡәҙерле. Хәҙерге ваҡытта ауыҙ тултырып үҙ телендә һөйләшкән кешене, бигерәк тә йәштәрҙе күрһәң, һоҡланып тыңлайһың.
Ағиҙел ҡалаһының Үҙәк китапханаһында күптән түгел булған осрашыу кисәһендә мин шағирә, драматург, яҙыусы Айгөл Әхмәтғәлиеваның тел байлығына, йомшаҡ ҡына итеп фекерен тамашасыға еткерә белеүенә һоҡланып ултырҙым. Өс сәғәтлек аралашыу бер тын алыуҙа үтеп китте. Һыуһаған халыҡ йәнле аралашыуға.
Уҙған йыл Татарстан яҙыусылары Факил Сафин менән Әлфиә Ситдикова менән осрашыуҙан онотолмаҫ хәтирәләр бөгөн дә күңелдәребеҙҙә һаҡлана. Ағиҙел китап һөйөүселәре Зифа Кадырова менән осрашыуҙы ла һағынып иҫкә алалар. Бөйөк шағирыбыҙ Роберт Миңнуллин булды беҙҙә тиһәм, күптәрҙың ышанғы килмәҫ.
Яҙыусыларҙы көтөп алабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ижади уңыштар теләп, байрам менән ҡотлап рәхмәт һүҙҙәре юллайбыҙ яҙыусыларға. Бик теләп осрашыуҙар ойошторған, ҡунаҡсыл китапхана хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәт. Әсә телебеҙҙең ҡәҙерен белеп, осрашыуҙарҙан илһам алып ҡыуанған Ағиҙел халҡы менән ғорурланам. Башҡортостан, Татарстан яҙыусылары, беҙ һеҙҙе ижади осрашыуҙарға көтөп ҡалабыҙ. Бер осрашыу – бер ғүмер, ти халыҡ мәҡәле. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Фотола: Айгөл Әхмәтғәлиева менән осрашыу.
Читайте нас: