Ҡурай
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
27 Февраль 2020, 23:09
«Аманат» йәнә еңеүсе!
25 февралдә Ағиҙел ҡалаһында уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙы берләштергән театр-фольклор төркөмдәре араһында “Башҡортостан ынйылары” конкурс-фестиваленең муниципаль этабы үтте.
Республикабыҙҙың тарихи шәхестәренә арналған конкурс «Рухи байраҡ һинең исемең” девизы аҫтында ойошторолдо. Жюри ҡарары буйынса 1-се һанлы мәктәп уҡыусылары фольклор-театралләштерелгән коллективының “Ҡар һыуына барыу йолаһы” тамашаһы 2-се урынды яуланы.
Ә “Башҡортостан ынйылары” республика фестиваль-конкурсында күп тапҡыр уңыштарға ирешеүсе ҡала башҡорт гимназияһының “Аманат” театр-фольклор төркөмө еңеүсе тип танылды. Тамашасылар иғтибарын яулаған гимназия уҡыусыларының театраль постановкаһы Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса әҙерләнгән ине.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
13 Февраль , 09:10
Ағиҙелдәр ярҙамдан ситтә ҡалмай
Общие статьи
13 Февраль , 10:20
Нефтекамала тирмә-киоскылар асылды
Новости
11 Февраль , 11:41
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн сикләүҙәр юҡ!
Йәмғиәт
20 Февраль , 09:31
Ҡалтасыла, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, уға хат яҙған уҡыусы менән осрашҡан