Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
26 Декабрь 2020, 00:15

“Туған тел –халыҡ күңеле” проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр

Ошо көндәрҙә Пермь крайы Барҙа ауылының Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбенең сираттағы дәрестәре үтте. Уҡытыусылар Нуриханова З., Фәтхуллина Л.Р. һәм балалар уларҙы башҡорт теле көнөнә бағышланы. Был сара һәр баланың күңелендә ҡалырлыҡ итеп планлаштырылған ине.

Асыҡ сара гимназияның ҙур залында уҡыусылар башҡарыуында башҡорт халыҡ бейеүен ҡарауҙан башланды. Дәртле бейеүҙе һәр тамашасы малай-ҡыҙ бик яратты һәм көслө алҡыштарға күмде. Һуңынан балалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында әҙерләнгән мауыҡтырғыс эштәргә күсте. Укытыусы Нуриханова З. Ф. уларға башҡорт теле көнө, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һөйләне һәм туған тел тураһындағы шиғырҙы күмәк уҡыуҙы ойошторҙо. Уҡытыусы тәҡдим иткән “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” тип исемләнгән презентацияны балалар яратты. Шунан һуң уҡытыусы Фәтхуллина Л.Р. ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы төркөмдәрҙә төрлө ҡыҙыҡлы биремдәрҙе башҡарырға саҡырҙы. Балалар ҡыҙып-ҡыҙып һүҙҙәрҙәге төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙҙы, конверттағы айырым һүҙҙәрҙән башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен төҙөп уҡып күрһәтте, матур-матур шиғырҙарҙы яттан һөйләне, эщ аҙағында “Мин илемде яратам” тигән йырҙы хор менән йырланы. Бөтә эш буйынса булған кәйефтәрен улар йылмайыулы смайликтар менән күрһәтте һәм әүҙем эштәре өсөн “Афарин!” тип яҙылған миҙалдар, татлы приздар менән бүләкләнде. Саранан һәр кем яҡшы уйҙар менән таралды. Бер малай шиғырында һөйләгәнсә, телебеҙҙе һаҡлайыҡ, өйрәнәйеҡ, яратайыҡ!
Сығанаҡ https://vtatshkola1.02edu.ru/school/news/dlya-uchenikov/363727/
Читайте нас: