Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
1 Ғинуар 2021, 02:00

Алтаҡталарҙағы яҙыуҙарҙа, урам исемдәрендә ебәрелгән хаталар төҙәлерме?

Ҡала урамдары буйлап үткәндә башҡортса хатаһыҙ яҙылған алтаҡталарҙы күреп, күңел ҡыуана. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаталар аҙым һайын тиерлек осрай. Беренсенән, улар күңелде ҡырһа, телдең бәҫен төшөрһә, икенсенән ҡаланың йөҙөн күрһәтә.

Башҡорт телендә ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа, урам исемдәрендә ебәрелгән хаталар төҙәлерме? Иҫкәртеү яһауҙар һөҙөмтәһен бирәме, әллә тик ни бары буш һүҙ булып ҡала киләме? Шәхсән күҙәтеүҙәремсә, хаталарҙы тикшереү ыңғай һөҙөмтә бирә, әммә бөтә осраҡта ла түгел. Мискә балда тамсы дегет тигән кеүек, араларында иҫкәртеү алып та, хаталарын төҙәтмәгәндәре, йә бөтөнләй башҡортса яҙылмағандары ла осрап ҡуя.

Элегерәк ҡала хакимиәтендә йылына дүрт тапҡыр алтаҡталарҙағы хаталар буйынса комиссия ултырышы уҙғарыла ине, һуңғы ваҡытта был эш туҡтап ҡалды. Терминология комиссияһының эшен йәнләндереп, «Хатаһыҙ ҡала конкурсы»н даими ойошторғанда, эш алға китер, әүҙемләшер ине, әлбиттә. Бер-нисә минут эсендә генә Нефтекама ҡалаһы Комсомол проспектында бихисап хатаға юлыҡтым. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте бинаһына эленгән ҙур, сағыу баннерҙа «Ғайлә йылы» тип яҙылған. Дөрөҫө – «Ғаилә йылы». Шулай уҡ ҡ, ң, ҙ, ғ, ө, ә хәрефтәрен яҙғанда бик күп хата ебәрелә. Ҡайһы бер магазин, социаль учреждениеларҙың алтаҡталарында башҡортса варианты бөтөнләй яҙылмаған – Элеганс, Ювелицентр, Русское золото, Шары, Цветы, Турагенство «География», ВТБ, RСF Старт, Оптика «Прозрение» һ.б.). Бәғзеләре тик эш тәртибен башҡортса яҙыу менән сикләнгән, ә атамалары, адрестары русса ҡалған.

Хаталар аҙым һайын. Шәхси кибеттәр, сауҙа үҙәктәре ҡалала көндән-көн арта, улар менән бергә хаталар ҙа күбәйә. Хәреф хаталарын ҡайһы берәүҙәр етди хата, тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, «эш тәртибӘ», «эш ваКыты», «ял көнһЕҙ», «тәнәфесһЫҙ», «тәнәфесһӘҙ», «инвалидЛтар йәмғиәтӘ», «ҡала Ношмаһы», «аяК кейме».

Күптән түгел, «ВКонтакте» социаль селтәрендәге «Хатаһыҙ ҡала» битендә Нефтекамала сыҡҡан бәҙрәф ҡағыҙы тышлығына юлыҡтым. «Кагыҙы бәҙрәф Наҙлылы Нефтекама калаһыннан. Макулатура натып алабыҙ», – тиелгән...

Һанай башлаһаң, «абынып йығылырлыҡ». Ярай әле Социалистик урамындағы шул тиклем эсемде бошороп торған «Хайуан тауарҙары» магазины ябылды.

Магазиндар һәм башҡа социаль учреждениеларға ҡолаҡҡа ят «Спартак», «Таира», «Да Юань», «Euro shoes» тағы әллә ниндәй исемдәр биреп бөткәндәр. Әллә беҙ сит илдә йәшәйбеҙ, әллә улар Башҡортостанда йәшәй, аңламаҫһың! Бөткәнме ни үҙебеҙҙән сыҡҡан бөйөк кешеләр – Шәһиттәр, Мусалар, Вәлидиҙәр, Һәҙиәләр?! Миңә ҡалһа, бындай атамалар һәм хаталар республикамды һәм телемде мыҫҡыллаған кеүек.

«Башҡортостан Республикаһы ҡалалары урамдары атамаһының русса-башҡортса һүҙлеге»ндә республикабыҙ ҡалалары урамдары, тыҡрыҡтары, бульварҙарының 4800-ҙән ашыу атамаһы ике телдә бирелгән.

Һүҙлек ҡала, район хакимиәте, хөкүмәт учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ономастика һәм лексикография өлкәһендә эшләгән белгестәр өсөн тәғәйенләнгән. Әммә, күрәһең, әлеге һүҙлек менән бөтә район-ҡала хакимиәттәрендә лә ҡулланмайҙар, һәр хәлдә был турала ҡала урамдары атамаларының төрлөсә тәржемә ителеүе һөйләй.

Мәҫәлән, Кәсәүҙә рәттән торған өс шәхси йорт та Тыныслыҡ урамында урынлашҡан, уларҙың русса яҙмаһы быны иҫбат итә. Ә башҡорт телендәге тәржемәһенә күҙ һалһаҡ, йорттарҙың беренсеһе – Тыныслыҡ, икенсеһе – Татыулыҡ, өсөнсөһө – Татыу урамдарында урынлашҡан булып сыға. Был варианттарҙың беренсеһе дөрөҫлөккә тап килә, ә ҡалғандарын руссаға тәржемә иткәндә «Дружбы», «Дружная» урамдары булыр ине. Хатаны танымау – икеләтә хата, был турала инде бер нисә йыл элек Нефтекама ҡалаһы «Красное знамя» ижтимағи-сәйәси һәм һәм уның башҡортса ҡушылмаһы «Кама тулҡындары» гәзиттәрендә яҙып сыҡҡайныҡ.

Урамдарҙың төрлөсә тәржемә ителеүе Нефтекама ҡалаһына ғына түгел, бөтә республикаға ҡағыла икән.

Теләгән бер топоним, айырым алғанда урбоним, теге йәки был тел ҡанундары буйынса барлыҡҡа килә һәм телмәрҙә ошо телдең төп ҡағиҙәләре һәм традицияларына ярашлы йәшәй. Республика ҡалаларының бөтә урамдары тәржемәһе лә был принципҡа яуап бирергә те-йеш. Мәҫәлән, улица Новосёлов – Өй туйлаусылар урамы (Нефтекама), Яңы күсеүселәр урамы (Октябрьский, Стәрлетамаҡ), Яңы күсенеүселәр урамы (Салауат); улица Мирная – Татыу урам, Татыулыҡ урамы, Тыныслыҡ урамы (Нефтекама), Тыныс урам (Октябрьский, Стәрлетамаҡ), Тыныслыҡ урамы (Сибай).

Ошоларҙан сығып, һүҙлектә бөтә урбонимдарҙың башҡортса тәржемәһе әҙәби нормаға килтерелгән. Урам, тыҡрыҡ, бульвар атамаларын башҡортсаға тәржемә иткәндә, йә иһә уларҙы русса яҙғанда ошо китапҡа мөрәжәғәт итһендәр ине.
Читайте нас