Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
1 Ғинуар 2021, 02:00

Лиана Ҡунафина өсөн уҡытыусы һөнәре – йәшәү рәүеше

Бөгөнгө көндә мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы – ул ябай дәрес биреүсе генә түгел, уның иңдәренә яуаплы бурыс – туған телде һөйөү һәм белемдәрҙе арттырыу, милләтте хөрмәт итеү, рес-публика ҡаҙаныштары менән ғорурланыу тойғоһон тәрбиәләү тора. Ағиҙел ҡалаһы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Лиана Ғазинур ҡыҙы Ҡунафина ошо бурыстарҙы үтәүгә яуаплы ҡарай, бөтә күңелен биреп эшләй.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, Лиана Ғазинур ҡыҙы тәүҙә башланғыс кластар һәм татар теле уҡытыусһы һөнәрен һайлай. Кушнаренко педагогик училищеһына уҡырға инә, дипломды Нефтекама педагогик училищеһында ала. Благовещен ҡалаһында татар теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Мәктәптәрҙә башҡорт дәүләт телен уҡытыу индерелгәс, беренсе йылдарҙа уҡытыусылар етмәй. Шуға ла мәктәп директоры Лиана Ғазинур ҡыҙынан башҡорт теле дәрестәрен дә алыуын һорай, педагог ризалашып, ең һыҙғанып яңы предмет уҡыта башлай. Тик татар теле уҡытыусыһы дипломы менән башҡорт телен уҡытыу еңелдәрҙән түгел, телдәр оҡшаш булһа ла, грамматикалары ла айырыла, әҙәби әҫәрҙәрҙе лә өр яңынан уҡып сығырға кәрәк. Шуға ла Лиана Ғазинур ҡыҙы Бөрө дәүләт педагогия академияһына ситтән тороп уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.


Яҙмыш елдәре 2016 йылда Л.Ҡунафинаны Ағиҙел ҡалаһына алып килә. Башҡорт гимназияһында вакансия бушау менән, уны эшкә алалар. Лиана Ғазинур ҡыҙы туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен башланғыс һәм урта кластарҙа уҡыта. Эйе, хәҙер милли гимназияларҙа Фәдераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте туған тел һәм әҙәбиәт тип атала. Предметтың исеме генә үҙгәреш кисермәгән, программа ла икенсерәк. Лиана Ғазинур ҡыҙы әйтеүенсә, уңайлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Бигерәк тә уҡытыусы Ф.Сынбулатова етәкселегендә нәшер ителгән башланғыс кластар өсөн ҡулланманы маҡтай, уға ҡушып гимназияла уҡыусыларға бушлай яҙма эш һәм контроль эш дәфтәрҙәре бирелә. Шулай уҡ һәр дәреслеккә күргәҙмә материал менән дискылар ҙа бар. Уларҙы уҡытыусы һәр дәрестә ҡуллана, туған тел кабинеты интерактив таҡта, проектор, ноутбук менән йыһазландырылған, интернетҡа вай-фай аша инеп була. В.Псәнчин һәм М.Иҙелбаев етәкселегендә нәшер ителгән башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре лә ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр һәм әҫәрҙәр менән тулыландырылған. Башҡорт теленән балалар имтихан бирмәй, шулай ҙа дүртенсе һәм унынсы кластарҙа йыл һайын региональ тикшереү эше үткәрелә. Был тикшереүгә ныҡлы әҙерлек алып барыла, шуға ла уҡыусылар һынатмай, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Башҡорт, татар милләтенән булмаған балалар менән индивидуаль күнекмәләр үткәрелә.


«Уҡыусылар хатта уҡыған әҫәрҙәре сәхнәләштерергә һорай, театр һөйгән балалар күп гимназияла,» – ти уҡытыусы. Сәхнәлә лә Лиана Ғазинур ҡыҙы үҙ кеше. Йырлай ҙа, бейей ҙә белә. Гимназияла эшләй башлаған йылды Уҡытыусылар көнөндә сабата кейеп башҡорт милли бейеүен башҡарып, коллегаларына сюрприз яһай. Бер нисә йыл элек тамада булып эшләп алырға тура килгән, шуға ул үҙенең йырҙарын фонограммаға яҙҙырып алған, кәрәк икән, концерт номеры менән сығыш яһарға әҙер. Лиана Ғазинур ҡыҙы балаларҙы ла үҙҙәрен сәхнәлә иркен тоторға өйрәтә. Быйыл милли уйындар республика конкурсында ҡатнашыр өсөн, «Йәшерәм яулыҡ» уйынын сәхнәләштереп, видеоға төшөргән. Видеояҙманы үҙе монтажлап, конкурсҡа ебәргән, видеояҙма призлы урынға лайыҡ булған.

Гимназияла өсөнсө генә йыл эшләһә лә, ҡаҙаныштары күп уҡытыусының. Былтырғы уҡыу йылында беренсе категорияны яҡлаған. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, ошо телдә үҙ сайтын булдырған. Был сайтҡа уҡытыусы үҙе әҙерләгән дәрес ҡулланмаларын, кластан тыш сараларҙың сценарийҙарын урынлаштырған. Шулай уҡ былтырғы уҡыу йылында уның сайты ҡалала иң яҡшыһы тип танылған.


Ноғман Мусиндың 100 йыллығына арналған иң яҡшы дәрес өлгөһө республика конкурсы иғлан ителгәс, Лиана Ғазинур ҡыҙы 8-се класта «Ҡоралайҙар» әҫәрен өйрәнеүгә арналған дәрес өлгөһөн төҙөп ебәрә, һөҙөмтәлә дәрес республика йыйынтығына инә.


2016-2017 уҡыу йылында «Аҡмулла уҡыуҙарында» Л.Ҡунафинаның уҡыусылары Гүзәл Хәбибуллина менән Зәлифә Хөсәйенова призлы урындарға лайыҡ була. Шул уҡ уҡыу йылында Зәлифә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында икенсе урын яулай.


Быйыл уҡытыусының үҙенә лә «Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. Минеңсә, эшһөйәр һәм талантлы уҡытыусы бындай мәртәбәле конкурста ҡатнашып, юғары үрҙәрҙе яуларға лайыҡлы.
Читайте нас