Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Сит милләт вәкиленең башҡорт телен яратҡаны

Андрей ДРИНФЕЛЬД менән әңгәмә

Һуңғы ваҡытта ватсапта һәм интернет селтәрендә бер украин егетенең башҡорт-татар-рус телдәрендә йырлаған йырҙары тупланмаһы таралды. Хатта ҡайһы берәүҙәр: "Саф башҡорт тиерһең!", "Башҡорттан айырып та булмай", - тип һоҡланыуҙарын белдерҙе, тел шартлатты. Хәҙер заманса технологиялар ете диңгеҙ аръяғындағы кешене лә эҙләп табыу мөмкинлеген бирә, мин дә үҙенең моңо һәм "башҡорт телен һыу кеүек эсеүе" менән беҙҙең күңелдәрҙе яулаған Андрейҙы эҙләргә булдым һәм барлыҡ таныштарҙы, мөмкинлектәрҙе эшкә ҡуштым. Күп тә үтмәй, уның үҙенән яуап килде. Һөйләшеүҙең ниндәй формаһына (яҙма йәки видеобәйләнеш) өҫтөнлөк биреүен белешкәс, ул оҙаҡ уйлап торманы: "Һорауҙар ебәрһәгеҙ яҡшыраҡ булыр, минең яуап бирергә ваҡытым булыр", - тип яуапланы. Әйтергә кәрәк, яуаптарын да оҙаҡ көттөрмәне һәм улар саф башҡорт телендә ине (һаманғаса башҡорт клавиатураһын ҡуймайынса, гаджеттарҙа рус хәрефтәре менән башҡортса яҙған милләттәштәр, таш һеҙҙең баҡсаға!). Шулай итеп, иғтибарығыҙға Андрей ДРИНФЕЛЬД менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
Андрей, бөгөн Башҡортостанда балалар бәләкәйҙән үк рус телендә һөйләшеп үҫә, хатта ҡайһы берҙәренең теле русса асыла. Һәм уларҙың башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуын уятыу өсөн төрлө саралар, программалар, конкурстар, флешмобтар һ.б. ойошторола. Ә бына һеҙҙә, сит милләт вәкилендә, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу ҡасан һәм нисек тыуҙы?
- Мин Украинаның Харьков ҡалаһында тыуып үҫтем, ә туғыҙ йәш булғанда ғаиләбеҙ Америка Ҡушма Штаттарының Чикаго ҡалаһына күсенде. Әсәйем сығышы менән Өфөнән, әммә уның ғаиләһендә рустар ғына, йәғни тамырҙарымда башҡорттар, шулай уҡ минән башҡа башҡорт телен белгән кешеләр юҡ. Әсәйем Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә тулыһынса рус телле мөхиттә тыуып үҫкән. Ул ваҡытта биҫтәлә татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа бик аҙ һәм улар ҙа күбеһенсә рус телендә һөйләшә. Бала саҡта йәй һайын әсәйемдең туғандарына Өфөгә килгәндә Черниковка урамдарында күбеһенсә тик рус телен ишеттем. Шуның өсөн ул ваҡытта башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныу ихтималы аҙ ине. Әммә миңә ун йәш булғанда барыһы ла тамырынан үҙгәрҙе. Бер ваҡыт Өфөлә булғанда мин телевизорҙа башҡорт йырҙары концертын ҡараным һәм был миңә бик оҡшап ҡалды. Шунан һуң мин йәй һайын Өфөгә килгәндә телевизорҙан башҡорт һәм татар йырҙарын тыңлай инем. Тиҙ арала башҡорт халыҡ йырҙарына, оҙон көйҙәренә, ҡурай моңона ғашиҡ булдым. Ул ваҡытта (егерме йыл самаһы элек) интернет әле көслө түгел ине. Америкала өйөбөҙҙә компьютер һәм интернет булһа ла, интернетта башҡорт музыкаһы бик булманы. Шуға мин башҡорт йырҙарын күбеһенсә тик Өфөлә булған ваҡытта ғына ишеттем. Һуңынан бер нисә кассетаны Америкаға алып барҙым. Әсәйем минең ҡыҙыҡһыныуымды күреп, башҡорт теле дәреслеге һатып алды, әммә мин әле бала ғына инем, шуға күрә үҙ белдегем менән яңы телде өйрәнә алманым.
Бер нисә йылдан һуң, аныҡлап әйткәндә 2006 йылда (миңә ун ете йәш булған саҡта) етди рәүештә башҡорт телен өйрәнә башланым. Быға ике сәбәп булды. Беренсеһе - интернетта беренсе тапҡыр башҡорт телендә йырҙар һәм башҡа материалдар күпләп күренә башланы. Чикагола йәшәһәм дә, хәҙер инде теләһә ҡайһы ваҡытта башҡорт йырҙарын тыңлай алдым, әммә йырҙарҙың һүҙҙәрен аңламаным. Әгәр башҡорт телен өйрәнһәм, яратҡан башҡорт йырҙарының һүҙҙәрен аңлаясаҡмын, был йырҙарҙы үҙем йырлай аласаҡмын тип, башҡорт телен өйрәнергә ҡарар ҡылдым. Икенсе сәбәп - шул ваҡытта мин төрлө телдәр менән ҡыҙыҡһына башланым һәм яңы телдәр өйрәнеүгә һәләтем уянды. Шулай уҡ бер нисә йыл элек Өфөлә һатып алған башҡорт теле дәреслеге һаман өйөмдә китап кәштәһендә ята ине. Мин уны ҡулланып, башҡорт телен өйрәнә башланым. Дәреслек буйынса уҡып, телде өйрәнеүҙе тамамлағандан һуң, интернетта башҡортса яҙылған төрлө текстарҙы уҡып, башҡорт йырҙары, башҡорт радиоһының Юлдаш каналын тыңлап, башҡорт телен өйрәнеүҙе үҙаллы дауам иттем.
Һуңынан татар телен дә өйрәнә башланым. Башҡорт телен өйрәнгәндән һуң, татар телен өйрәнеү бик еңел булды. Башҡорттар һәм татарҙар араһында был популяр фекер түгел, әммә минең өсөн, өйрәнсек булараҡ, ҡайһы ваҡытта башҡорт теле һәм татар теле бер тел булып тойолдо, тиерлек.
Күптәр башҡорт телен өйрәнеү өсөн ауыр тел, ти. Йә ғәйепте ғаиләнән, тәрбиәселәрҙән, уҡытыусынан эҙләй. Һеҙ башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән кеше булараҡ, дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле: башҡорт теле өйрәнеү өсөн ауыр телме?
- Минең өсөн яңы телдәр өйрәнеү еңел, шуға ла башҡорт телен өйрәнеү ҙә ауыр булманы. Әммә, әгәр мин башҡорт телен башҡа үҙем белгән телдәр менән сағыштырып ҡараһам, башҡорт телендә еңел өлөштәр ҙә, ауыр өлөштәр ҙә бар, тип уйлайым. Мәҫәлән, рус, инглиз һәм башҡа Европа телдәре менән сағыштырғанда, башҡорт телендә лә, башҡа төрки телдәрҙә лә һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе тулыһынса айырыла. Мәҫәлән, рус телендә "Я знаю человека, которого ты встретил на рынке сегодня утром", тигән һөйләм башҡорт телендә "Мин һин бөгөн иртән баҙарҙа осратҡан кешене беләм", була. Әгәр беҙ был ике һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен сағыштырып ҡараһаҡ, ул тулыһынса айырыла. Рус телендәге һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе башҡа Европа телдәре (инглиз теле, француз теле һәм башҡалар) менән оҡшаш, ә башҡорт телендәге һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе башҡа төрки телдәр һәм ҡайһы бер башҡа Азия телдәре (мәҫәлән монгол теле, корей теле һәм япон теле) менән оҡшаш. Ҡайһы бер төрки телдәрҙе өйрәнгән япон һәм корей кешеләре төрки телдәрҙә һүҙҙәр тәртибе еңел тип уйлай, сөнки улар һүҙҙәрҙең шундай тәртибенә өйрәнгән. Әммә рус телле кешеләр өсөн һүҙҙәрҙең бындай тәртибен өйрәнеү ауыр, сөнки ул беҙгә таныш булған һүҙҙәр тәртибенән тулыһынса айырыла.
Башҡорт теле грамматикаһында ҡайһы бер еңел өлөштәр ҙә осрай. Мәҫәлән, рус телендә лә, инглиз телендә лә дөрөҫ булмаған ҡылымдар бар. Уларҙың төрлө формаларын хәтерҙә ҡалдырыу еңел түгел. Ә башҡорт телендә һәм башҡа төрки телдәрҙә бындай ҡатмарлыҡ юҡ, сөнки уларҙа барлыҡ ҡылымдар ҙа дөрөҫ. Һәр ҡылымдың тамырын ғына хәтерҙә ҡалдырыу кәрәк, ә барлыҡ формаларын ҡағиҙәләр буйынса өйрәнергә мөмкин. Ғөмүмән, рус теле һәм инглиз теле менән сағыштырып ҡарағанда, башҡорт теле морфологияһы күберәген дөрөҫ, логикаға нигеҙләнгән тип уйлайым.
Ҡайһы бер рус телле кешеләргә башҡорт теле өндәрен өйрәнеү ауыр булыр тип уйлайым, әммә минең өсөн ул еңел ине, сөнки мин бала саҡтан Америкала йәшәгәс, инглиз телен яҡшы беләм, ә башҡорт телендә булған ҡайһы бер өндәр (ҫ, ҙ, h, ң) инглиз телендәгеләргә оҡшаш.
Башҡорт телен өйрәнеү - бер, уны һаҡлау өсөн мөхит кәрәк, тиҙәр Башҡортостан башҡорттары. Ә телде үҙаллы өйрәнгән һәм башҡорт мөхитенән ситтә йәшәгән кешегә башҡорт телен камиллаштырыу өсөн нимә кәрәк?
- Башҡорт телендә башҡорттар менән аралашыу мөмкинлеге булмаһа, күп уҡырға һәм тыңларға кәрәк. Мин башҡорт телен күбеһенсә уҡыу һәм тыңлау аша өйрәнгәс, уны хәҙер шул уҡ рәүештә һаҡлайым. Һәр ваҡыт түгел, әммә ҡайһы ваҡытта ютубта башҡорт телендә төрлө программаларҙы ҡарайым, төрлө йырҙарҙы тыңлайым. Әгәр мин күп ваҡыт башҡортса тауыштарҙы тыңламаһам, бер аҙ онота башлайым, ә яңынан тыңлай башлаһам, ул иҫкә төшә. Ҡайһы ваҡытта башҡорттар менән башҡорт телендә һөйләшергә форсат табыла, әммә һирәк, сөнки Америкала башҡорттар бик аҙ һәм улар уның төрлө-төрлө яҡтарында йәшәй.
Америкала йәшәгән ҡайһы бер татарҙар һәм башҡорттар ғаилә эсендә үҙ телен һаҡлай. Шундай кешеләрҙе осратҡаным бар. Мәҫәлән, элек башҡорт телевидениеһында эшләгән, хәҙер Лос-Анджелеста йәшәгән Айгөл Ғимранованың балалары Америкала үҫһә лә, башҡорт телендә һөйләшә. Минең ундай форсатым юҡ, сөнки ғаиләмдә мин үҙем генә башҡорт телен беләм. Шуға күрә күбеһенсә башҡорт йырҙарын һәм программаларын тыңлап, башҡорт телен һаҡлайым.
Интернет селтәре буйлап һеҙҙең башҡарыуҙа башҡорт, татар телдәрендә яҙылған йырҙар тарала һәм уларҙы башҡорт башҡарыусыларынан айырыуы ла мөмкин түгел. Шулай ҙа һөнәрегеҙ буйынса һеҙ кем?
- Һөнәрем буйынса мин - лингвист, хәҙер аспирантурала уҡыйым. Донъялағы телдәр, уларҙың төрлөлөгө менән ҡыҙыҡһынам. Хәҙер мин Папуа-Яңы Гвинеяла йәшәгән бер аҙ һанлы халыҡтың теленең грамматикаһын диссертация итеп яҙам. Был тел Аро тип атала һәм уның һүҙлеген, грамматикаһын әлегәсә бер кем дә яҙмаған. Ошо тел, донъяның башҡа аҙ һанлы халыҡтарҙың телдәре кеүек, аҡрынлап юҡҡа сыға бара. Шундай телдәр тураһында уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуынан алда мәғлүмәт яҙырға кәрәк. Башҡорт теле менән хәҙерге ваҡытта профессиональ яҡтан шөғөлләнмәйем, әммә лингвистика белемем миңә уның өндәрен, грамматикаһын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Йырлау менән иһә профессиональ рәүештә шөғөлләнмәйем, бының өсөн һәләтем дә, теләгем дә юҡ. Интернетҡа һалған йырҙарҙы һәүәҫкәр кимәлдә йырларға мөмкин. Бына "Урал", "Буранбай" кеүек бик ҡатмарлы булған башҡорт халыҡ йырҙарын интернетҡа һалмайым, сөнки уларҙы башҡарыр өсөн тауышым етмәй. Ә яҙҙырған йырҙарҙа әйтелеш яҡшы булһын өсөн күп практика, ҡабатлау ғына кәрәк. Мин башҡорт йәки татар телендә яңы йырҙы өйрәнә башлаһам, уны бер, ике тапҡыр ғына йырлаһам, әйтелешем бик яҡшы булмаҫ ине. Ә егерме йәки утыҙ тапҡыр бер йырҙы йырлап ҡабатлаһам, шунда инде әйтелешем яҡшыра бара.
Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып китегеҙ әле? Америкаға нисек барып юлыҡтығыҙ?
- Әсәйем тураһында башта әйттем инде, ә атайым Украинаның Харьков ҡалаһында тыуып үскән. Улар Өфөлә уртаҡ дуҫтар аша танышҡан. Өйләнешкәндән һуң әсәйем Украинаға күсенгән. Атайым - математик. Әсәйемдең шулай уҡ математика буйынса белеме бар, әммә ул хәҙер эшләмәй. 1999 йылда атайым Америкала Чикаго университетында эшләй башлағас, шунда күсендек. Ә тормош иптәшем - Ҡытайҙан. Ул Америкаға алты йыл элек килгән. Беҙ ике йыл элек осраштыҡ.
Интернет селтәрендә йөрөгән бер яҙмала башҡорт милләте вәкиленән уның ырыуы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙ һәм "ҡыпсаҡ" тигәс, "Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары" тигән йырҙы башҡараһығыҙ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең тамырҙарығыҙҙы беләһегеҙме?
-Тарих һәм этнография менән ҡыҙыҡһынам, шуға күрә минең өсөн шәжәрә һәм ырыуҙар темаһы бик ҡыҙыҡлы. Шулай уҡ айырыуса башҡорт ырыуҙары тураһында күп уҡығаным бар. Шуға күрә башҡорт милләте вәкилдәре менән аралашҡанда уларҙың ырыуҙары, шәжәрәләре тураһында һорашырға, белешергә яратам. Үҙемдең тамырҙарымды, әлбиттә, бер аҙ беләм. Мәҫәлән, әсәйемдең ата-әсәһе һәм уларҙың ата-бабалары барыһы ла рустар һәм Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Ярославль һәм Тверь өлкәләрендә йәшәгәндәр. Ә атайымдың ата-әсәһе һәм уларҙың ата-бабалары барыһы ла Көнбайыш Украина йәһүдтәре. Шулай уҡ мин өс-дүрт быуын ата-бабаларымдың исемдәрен беләм. Әммә башҡорттар кеүек ете һәм унан күберәк быуынымды белмәйем. Ни өсөн? Сөнки башҡорттар ырыу-ырыу булып йәшәгәндәр, ырыуының тамырҙарын, кәмендә ете быуын ата-бабаларын белергә тейеш булғандар. Ә рустарҙа ла, йәһүдтәрҙә лә хәҙерге заманда ундай йола юҡ. Үҙемдең тамырҙарымды яҡшыраҡ белгем килһә лә, өс-дүрт быуындан башҡа мәғлүмәт юҡ.
Ғөмүмән, Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла төрлө мәҙәниәттәр араһында шундай айырма бар - ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә үҙенең тамырҙарын яҡшы белеү бик мөһим, ә ҡайһы берҙәрендә мөһим түгел. Мәҫәлән, ғилми тикшеренеү буйынса Папуа-Яңы Гвинеяға барғаным бар. Аро халҡы вәкилдәре менән бер нисә ай йәшәнем. Улар, боронғо башҡорттар кеүек, ырыу-ырыу булып йәшәй һәм улар өсөн үҙҙәренең тамырҙарын яҡшы белеү бик мөһим. Яҙыуҙары булмаһа ла, улар ете быуын ғына түгел, ун бер, ун ике йәки ун өс быуын ата-бабаларының исемдәрен хәтерҙә тота! Шулай уҡ улар ата-бабалары ҡайҙан килеп сыҡҡанын, ҡайһы урында йәшәгәнен белә, ырыуының тарихынан төрлө риүәйәттәрҙе иҫләй.
Башҡорттар менән башҡортса, татарҙар менән татарса һөйләшергә тырышам, тиһегеҙ, йәғни телдән телгә күсеп киткән ваҡытығыҙҙы "йәшниктәр" менән сағыштыраһығыҙ: башҡорт теле бер йәшниктә, татар теле - икенсеһендә. Ә бына "башҡортлоҡ" тигән "йәшнигегеҙ" бармы?
- Мин башҡорт-татар телдәрен өйрәнгәндән һуң тәүге ваҡытта татар, башҡорт һүҙҙәрен, өндәрен һәр ваҡыт бутай инем. Татарса йәки башҡортса һөйләшкәндә ике телдән дә алған һүҙҙәрҙе бер һөйләмдә болғағас, саф башҡорт телендә лә, саф татар телендә лә һөйләшеү ауыр булды. Әммә һуңыраҡ, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, хәтеремдә барыһы ла үҙ урынына ятты. Башҡортса һөйләшә башлағанда, тик башҡорт һүҙҙәрен ҡулланам, ә татарса һөйләшкәндә - тик татар һүҙҙәрен. Татар телен, башҡорт телен бер береһенән айырыу, был ике телдең һүҙҙәрен бутамау өсөн, ысынлап та, "йәшник"тәр кәрәк булды. Тәүге ваҡытта мейемдә "ҫ", "ҙ" өнө - "ч", "җ", "әсәй" һүҙе - "әни", "менән" һүҙе - "белән" һәм башҡалар бер йәшниктә ята ине, шикелле. Ә һуңынан улар ике йәшниккә айырылып, рәтләп һалынды. Шуның өсөн хәҙер мин татар телен, башҡорт телен баштағы кеүек бутамайым. Шундай ике "йәшник" менән сағыштырыу, бәлки, ике телде белгән башҡорттарға һәм татарҙарға таныштыр?
Әгәр мин был сағыштырыуға мәҙәниәт яғынан ҡараһам, шулай уҡ ике "йәшник" кәрәк - хәтеремдә "Буранбай", "Урал" йырҙары башҡортлоҡ йәшнигендә ятһа, "Әпипә" һәм "Әлдермеш" йырҙары татарлыҡ йәшнигендә ята, тип әйтеп була. Әммә татар, башҡорт мәҙәниәттәрен бер-береһенән айырыу ауыр түгел, шуның өсөн уларҙы "йәшник"тәргә һалып ҡуйыу тураһында уйламайым. Ә башҡорт, татар телдәрен бер-береһенән айырыу, ике телде бутамай һөйләшеү ауырыраҡ. Шуның өсөн ошондай "ике тел - ике йәшник кеүек" тигән сағыштырыу башыма килде.
Дөрөҫөн әйткәндә, был ике йәшник менән сағыштырыуҙа тәрән фәлсәфәүи мәғәнә юҡ. Уның күберәк практик мәғәнәһе бар - ике туғандаш телде бер үк ваҡытта өйрәнгәндә был ике телде бутамау өсөн, хәтерҙә тотҡан барлыҡ мәғлүмәтте тәртипкә килтереү бик мөһим.
Башҡортостан, Өфө тигәндә күңелегеҙҙә ниндәй хәтирәләр уяна?
- Бала сағым, өләсәйемдең баҡсаһы, апайым һәм ағайым менән йәйгеһен Ҡариҙел районында тәбиғәттә сатырҙа йәшәү, ҡайын еләге тәме, ҡурай, гармун моңдары, оҙон көй, Ағиҙел буйҙары, Салауат Юлаев һәйкәле һәм башҡалар.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева үҙенең бер шиғырында "Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто" тип яҙа. Ә һеҙ башҡорттарға башҡортлоҡто нисек аңлатыр инегеҙ?
- Мин башҡорт телен белһәм дә, башҡорт йырҙарын күп тыңлаһам да, башҡорт халҡының тарихы тураһында күп уҡыһам да, башҡортлоҡтоң барлыҡ яҡтарын, сифаттарын белә алмайым. Шуның өсөн мин башҡорттарға башҡортлоҡто аңлата алмайым, киреһенсә, башҡорттар миңә башҡортлоҡто аңлатырға тейеш.
Шулай итеп...
Башта яҙып үткәнемсә, Андрей яуаптарҙы саф башҡорт телендә ебәрҙе һәм уның яуаптарын үҙенең стилен һаҡлап, әммә саҡ ҡына үҙгәрештәр индереп бирергә булдыҡ. Ихлас, эскерһеҙ яуаптарҙа сит милләттән булһаң да телдәрҙе ни тиклем яратырға мөмкин икәне ярылып ята. Бары тик ярата белергә, белмәгән хәлдә өйрәнергә генә кәрәк. Ә инде уның аҙаҡҡы һорауға яуабы һәр башҡорттоң сәмен уятырға тейеш: "мин башҡорттарға башҡортлоҡто аңлата алмайым, киреһенсә, башҡорттар миңә башҡортлоҡто аңлатырға тейеш".
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
Сығанаҡ: “Киске Өфө” гәзите.
Фото: Асыҡ сығанаҡтан
Читайте нас: