Башҡортостан Фәндәр академияһы “Башҡортостан мишәрҙәре” тип исемләнгән баҫманы баҫып сығарған. Белеүебеҙсә, республикабыҙҙағы күп кенә татарҙар мишәр тамырҙарына эйә. Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡманов мишәрҙәрҙең Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың тарихына ҙур йоғонто яһауы хаҡында белдерҙе.
Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов Балтас районында Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәгенең ойошторолоуы хаҡында белдерҙе. Әйткәндәй, республикабыҙҙа 14 тарихи-мәҙәни үҙәк эшләй.
Өфөләге “Рамаҙан” мәсете хәҙрәте Илшат Ғәтиәтуллин мишәрҙәрҙе идентификациялауҙа алға китештең ыңғай булыуы хаҡында әйтте. Р.Г. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының кесе ғилми хеҙмәткәре Эльвир Камалеев этнография тикшеренеүҙәрҙе китаптарҙа, матбуғат баҫмаларында күрһәтеүҙең яҡшы икәнлеге хаҡында әйтте.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bil-ba-ma-bik-k-r-k-ine-632502/