Ҡурай
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Телһөйәрҙәр конкурсының сираттағы еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Кисә, 25 мартта, киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм башҡорт халҡының бөгөнгөһөн киңерәк танытыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурстың сираттағы айына йомғаҡ яһалды. Был бәйге Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан булдырылып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән берлектә ойошторола.
Был конкурс биш этапта үтә һәм һәр айҙа бишәр еңеүсе билдәләнә. Улар 10000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Шулай итеп, был айҙың еңеүселәре:
Миләүшә Торсонбаева, Инстаграмда “Инстабәпәй” блогының авторы (@insta_bepei). Уның аккаунты бәләкәстәрҙе әкиәттәр, шиғырҙар, уйындар аша башҡорт теленә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя, ата-әсәләргә балаларында башҡорт теленә һөйөү тәрбәиләүҙә булышлыҡ итә.
Гүзәл Ситдиҡова, “Юлдаш” радиоканалының алып барыусыһы – “Махсус репортаж” авторлыҡ программаһы өсөн.
Гөлнара Хәлфетдинова, шағирә, журналист – “Бәйләнештә” селтәрендә алып барған шиғри берләшмәһе өсөн. Был төркөмдә башҡорт телендә шиғырҙар даими баҫыла, төрлө темаларға фекер алышыуҙар ойошторола.
Айгөл Шәйәхмәтова, Инстаграмда үҙ блогын алып бара, фриволите техникаһында үҙенсәлекле милли колоритлы биҙәүестәр эшләй, улар аша Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра.
Шәһит Хамматов – “Бәйләнештә” селтәрендә ике популяр берләшмә авторы, уларҙа ул көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә.
Еңеүселәргә бүләктәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды рәйесе Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова тапшырҙы. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Бүләкләү тантанаһынан һуң сарала ҡатнашыусылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ат уйнатып алдан бара...” спектаклен ҡараны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған был спектакль легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы яугирҙәренә арнала.
Фотолар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан
Читайте нас: