Ҡурай
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
5 Декабрь 2021, 19:47

Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы, республикала бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар үтәсәк.

Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ, “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмуланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. 

Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм был Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).

Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙасаҡ. “Без башкортлар” башҡорт рок-башҡарыусылары кисәһе, “М. Аҡмулланың аҡ юлы” әҙәби кисәһе, йәштәр өсөн "Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡотостандың милли инновациялы мәктәптәре етәкселәре форумы, “Телгә бәйле... ” старт-сессияһы  - ошо иҫәптә.

Белем биреү ойошмаларында ла бер йүнәлешле саралар үткәреү ҡаралған  (башҡорт телендә радио, телевидение  көнө; Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм “Akmullaworldchallenge” сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, башҡорт теле буйынса  этноквиз, “Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсы һәм башҡалар).

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/

Фото: ukrtb.ru

 

Автор:
Читайте нас: