Ҡурай
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле – сәсән теле
18 Декабрь 2021, 22:57

Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде
Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде

14 декабрҙә Ҡалтасы районының район мәҙәниәт йортонда - Башҡорт теле көнөнә һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Акмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған матур байрам тантанаһы үтте. Тантаналы байрам «Йәншишмә» башҡорт фольклор ансамбленең Гәрәй гимны менән башланды. Артабан байрамды районы хакимиәте башлығы асып ебәрҙе һәм башҡорт теле уҡытыусыларын, уҡыусыларҙы, милли ойошма етәкселәрен һәм барлыҡ ҡунаҡтарҙы Башҡорт теле көнө менән ҡотланы. Йыл буйы башҡорт теле, иле, тарихы өсөн янып эшләгән райондың әүҙем вәкилдәре район хакимиәтенең Грамоталары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменнән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Улар исемлегендә башҡорт теле уҡытыусылары ла, «Йәншишмә» башҡорт фольклор ансамбле лә, мәсет етәкселәре лә һәм ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре лә бар ине.

Байрамды Ҡалтасы районының район ҡоролтай етәксеһе Дәүләтова Лилиә Фәндүс ҡыҙы «Ҡалтасы районында башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм милли йолаларҙың һаҡланыуы, үҫеше» темаһы буйынса сығышы менән дауам итте. Ул районда Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә уҙғарылған башҡорт милли саралар, республика кимәлендә ҡатнашҡан конкурстар һәм халҡыбыҙҙың милли йола-байрамдары тураһында фотопрезентация ярҙамында ентекләп таныштырҙы. Башҡорт теле көнөнә арналған сара байрам концерты менән дауам ителде.

Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде
Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде
Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде
Ҡалтасыла Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә билдәләнде
Автор:Лилия Давлетова
Читайте нас: