Яҙғы каникул ваҡыттарында Ҡалтасы район ҡоролтайы етәкселегендә һәм башҡорт теле уҡытыусылары тарафыннан Ҡалтасы 1-се урта мәктәбендә уҡыусылар өсөн «Ҡурай сәскәһе» квест – уйыны ойошторолдо. Мәктәптең тамашасы залында ҡурай сәскәһе формаһында парталар үҙ урындарын алды һәм төрлө тематика буйынса станциялар балаларҙы ҡаршы алдылар.
Һәр «ҡурай сәскәһе» – билдәле темаға арналды: «102-се территория», «Башҡорт музыка ҡоралдары», «Башҡорт эпостары», «Шайморатов генерал», «Башҡорт халыҡ уйындары», «Өләсәйем һандығы» исемле оҫталыҡ дәресе һәм «Башҡорт һәм удмурт халҡының милли аш-һыуҙары».
Уйын «Башҡортостан тәбиғәте һәм байлығы» тураһында видеояҙма ҡарау менән башланып китте. Балалар өс төркөмгә бүленеп, һәр станция буйлап сәйәхәткә тотондолар. Улар төрлө викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, кроссвворд систеләр, тема буйынса презентациялар ҡаранылар, башҡорт музыка ҡоралдары – ҡурай һәм ҡубыҙҙа уйнарға өйрәнделәр, Башҡортостан батырҙары һәм Урал батыр тураһында мәғлүмәт тупланылар, башҡорт милли кейемдәре һәм түшелдеректәр менән таныштылар, үҙҙәре ҡулдары менән этно-амулеттар яһанылар һәм башҡорт, удмурт халҡының милли ризыҡтарын ауыҙ иттеләр.
«Ҡурай сәскәһе» байрамы бик йәмле үтте һәм «Тирмәкәй» башҡорт халыҡ уйыны менән тамамланды.