Яратҡан әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡырға, башҡорт әҙәбиәте классигын хөрмәтләп иҫкә алырға «Оҫтабикә» ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзалары йыйылды.
Улар - матурлыҡты ҡул менән ижад итергә яратыусылар ғына түгел, ә китапхананың даими уҡыусылары ла.
Клуб ағзалары Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын һәм әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны. Уҡыу залы мөдире Людмила Климовских башҡорт яҙыусыһының тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне. Зәйнәб Биишева - талантлы шағир ғына түгел, прозаик, драматург, тәржемәсе лә.
«Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре тормошсан, уларҙа халыҡтың бөтә тарихы, улар борсой, шатландыра, үткән һәм бөгөн, ҡыйыу кешеләр, һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары тураһында уйланырға мәжбүр итә. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен һәм китапханаһын уның китаптарынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай», - тип фекере менән уртаҡлашты әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусы Нәфисә Хәбибуллина.
Әҙәби осрашыуҙың темаһын “Башҡорт ынйыһы - Зәйнәб Биишева” китап күргәҙмәһе тулыландырҙы.
Сығанаҡ: Калтасинская заря.