Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Китап байрамы» йәрминкәһендә 90 нәшриәт ҡатнаша

26-28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-дан киске 22-гә тиклем «Китап байрамы» йәрминкәһе уҙғарыла.

«Китап байрамы» йәрминкәһендә 90 нәшриәт ҡатнаша
«Китап байрамы» йәрминкәһендә 90 нәшриәт ҡатнаша

«Китап байрамы» йәрминкәһендә 90 нәшриәт ҡатнаша.

— Әҙерлек тулы көсөнә бара. «Китап байрамы» сайты эшләй. Йәрминкәлә 90 нәшриәт ҡатнашырға ризалыҡ белдергән. Шулай уҡ билдәле яҙыусылар менән төрлө осрашыуҙар ойошторола, — тип хәбәр итте хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 26-28 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-дан киске 22-гә тиклем «Китап байрамы» йәрминкәһе уҙғарыла.

— Республиканың яҙыусылар союзы Совет майҙанында ҙур китап йәрминкәһе үткәреү башланғысы менән сыҡты, мин бының өсөн уларға бик рәхмәтлемен. Был китапты, беҙҙең патриотик китапты, төрлө телдәрҙә ижад иткән шағирҙарыбыҙҙы һәм яҙыусыларыбыҙҙы популярлаштырыу ул, — тип билдәләне Радий Хәбиров һәм район хакимиәте башлыҡтарына әүҙем уҡыусыларҙы китап йәрминкәһенә ебәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Сығанаҡ: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Автор:
Читайте нас: