Дүртөйлө ҡалаһында «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXV Төбәк-ара конкурсының зональ этабы уҙҙы. Сарала Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Яңауыл райондарынан һәм Ағиҙел, Дүртөйлө, Нефтекама ҡалаларынан йәш сәсәндәр ҡатнашты. Улар Н.Нәжми исемендәге Башҡорт гимназияһына йыйылды.
Конкурста ҡатнашыу өсөн «Урал батыр» эпосынан башҡорт телендә мөмкин тиклем күберәк юлдарҙы ятларға, шул уҡ ваҡытта башҡарыу оҫталығын һәм артистизмды ла күрһәтергә кәрәк ине. Әйткәндәй, эпоста 4500-ҙән ашыу юл иҫәпләнә.
Ҡалтасы 1-се урта мәктәбенең 10-сы класы уҡыусыһы Алмаз Ғибәҙуллин ижади бәйгелә лайыҡлы сығыш яһаны. Ул конкурс призерҙарының береһе булды.
Сығанаҡ: "Калтасинская Заря".