"Урал батыр" эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурстары республикабыҙҙа йыл да үткәрелеп тора, быйыл ул 26-сы тапҡыр үтә.
Конкурсты асыу тантанаһында йыйылған барыһын да ҡала хәмимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Сафуанов тәбрикләне.
“Башҡортостан мағариф министрлығы башлап ебәргән матур сара йыл һайын һәләтле балаларҙы асыҡлай. Башҡорт халҡының рухи байлығы булған “Урал батыр” эпосын ятлаусы уҡыусыларға рәхмәт еткерәм. Бөгөнгө сара һеҙҙә мәңге онотолмаһын, берҙәмлек. ғорурлыҡ, татыулыҡ, изгелек һәм еңеүҙәр алып килһен. Бәйгелә ҡатнышыусыларға ижади ҡомар, уңыштар теләйбеҙ, рәхмәт килгәнегеҙ өсөн”, - тине ул.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы милли бүлегенең әйҙәүсе белгесе Хәбирова Миләүшә Фәйзетдин ҡыҙы һәйләүенсә, 26 йыл эсендә эпосты 2 меңдән ашыу уҡыусы ятлап һөйләгән, 400-гә яҡын коллектив ҡатнашҡан. “Һеҙ ҙә бөгөн “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр армияһын тултырырһығыҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Үткән йылдан башлап конкуртың төбәк этабын үткәрә башланыҡ, был урындарҙа күберәк балалаларҙы йәлеп итеү маҡсатында эшләнелде. Иң яҡты йондоҙҙарҙы, иң күп юл ятлағандарҙы балаларҙы, үҙҙәренең һөнәрен күрһәткән уҡыусыларҙы июнь айында төбәк-ара конкурсҡа саҡырасаҡбыҙ”, - тине ул һәм уңыштар, тел ҡомары теләне.
Артабан һүҙҙе филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исеменәде Башҡорт дәүләт педагогия университетың башҡорт фольклоры Ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, сәсәниә Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева алды.
- Үҙенең эпосын һаҡлаған милләт - үҙ цивилизацияһының иң тоғро кешеләре һәм тимәк, артабанғы быуатҡа күсә торған гарантияһы булған милләт. Ошондай милләттәр генә бөгөнгө көндә иң көсөләрҙән һанала. Яҡут халҡы Олонхо эпосын һөйләй, ҡалмыҡтар - Йәнгер, ҡараҡалпаҡ һәм үзбәктәр - Алпамышаны. Ошолар рәтендә башҡорт халҡы “Урал батыр”ыбыҙ менән көслө, ул ҡөҙрәтле һәм киләсәк быуынға, киләсәк цивилизацияға күсә торған иң миссиялы халыҡтарҙың береһе. Ниндәй милләт үҙҙәренең эпостарын юғалтҡан, улар инде хәҙер телдәрен дә, хатта үҙҙәренең рухи, милли асылдарын юғалырға табан бара. Шуға күрә бөгөнгө эш - ошо “Урал батыр”ҙы һөйләү, ятлау - иң изге кешелекте ҡотҡарыусы оло эштәрҙең береһе. Шуға оло яуаплылыҡ, оло хис, оло йөрәк менән килеүегеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Артабанғы юлдарыбыҙ ҙа асыҡ булһын. Бөгөнгө тарихи көсөргәнешле мәлдә рухиәтте нығытыу, күңел рухын, мәшғүллекте, үҙеңдең кем икәнеңде, ҡайҙан сыҡҡаныңды һәм ни өсөн хеҙмәт иткәнеңде асы3лап, батырлыҡ идеологияһын алып барған халыҡҡа беҙ үҙебеҙ ысын мәғәнәһендә бер миссия үтәйбеҙ . Сент-Экзюпериҙың һәҙҙәрен русса тәржемә менән әйтәм: “ Есть лишь одна проблема - одна-единственная в мире - вернуть людям духовное содержание, духовные заботы..." Бына ошо рухи тәрбиәне алып барыусы, көслө. мәшһүр “Урал батыр”ыбыҙ мәктәбе ҡотло булһын, - тине ул.
Сәсәниәнең һүҙҙәрен хуплап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге Башҡарма комитеты рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәмәт улы, балалар ниндәй генә сығыш яһамаһын, ҙур хәрмәт менән ҡабул итергә өндәне.
Конкурста ҡатнашҡан һәр бала төрлө номинацияларҙа дипломдар менән бүләкләнде Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр араһында еңеүсе Дүртөйлө ҡалаһының 5-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Кәшфиева Ариана булды. Мәктәп уҡыусылары араһында еңеүһе Борай ауылы 3-се мәктәп уыусыһы Әхмәтханова Эльза булды. Ул эпостан 2000 юл ятлаған
- Һылыу, бик ҙәр рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, артабан шулай дауам ит. Эпосты яратып, аңлап эшләйһең, күңелеңә һала башлағанһың, тимәк, Урал батыр һине ҙур шәхес юлына ла сығарыр, - тине Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы.
Ғәҙәттә, конкурста еңеүсе кешенән һүҙ әйттерәләр
- Иң ҙур рәхмәтемде уҡытыусыма,Йәғәфәрова Зимфира Әлфит ҡыҙына әйтәһем килә, сөнки ул минең менән бик күп, хатта йәй көнө лә шөғәлләнде. Мин был маҡсатҡа бик оҙаҡ барҙым, артабан да барасаҡмын, - тине Эльза.
Ағиҙел ҡыҙы, Башҡорт гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Рәжәпова Зәлиә 1000 юл ятлағайны. Үткән йылда ул Дөртөйлөлә үткән төбәк конкурсында еңеүсе булған. Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы ул уҡыған Башҡорт гимназияһына “Урал батыр” эпосы тарихына бағышланған китап бүләк итте. Унда башҡорт ҡобайырҙарын билдәле сәсәндәрҙәең әйтеүе яҙылған видеяҙмалы диск бар ине.
Һүҙен тамамлап, Розалия Солтангәрәева конкурс барышында күренгән бер нисә хатаға иғтибар итте. Ғалим уҡытыусыларға уҡыусыларҙан Һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйттереү өҫтөндә яуаплыраҡ эшләргә ҡушты. Сөнки эпоста һүҙҙе дөрөҫ әйтмәнең иһә, ул емергес көскә эйә була, яман һүҙҙәр килеп сыға.
Сәхнәләштереү барышында да хаталар булды. Мәҫәлән, Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы фекеренсә, балаларҙан сәхнәлә үлеү, туҡмау хәрәкәттәрен эшләтергә ярамай. Тағы ла фольклорсы балаларҙы тәбиғәт тауыштарын әйтергә өйрәтергә кәрәклелен билдәдәп үтте: һайыҫҡан, кәккүк, дейеү, йылан, ат булып тауыш сығарырға өйрәтергә кәрәк. “Бала тәбиғәтте үҙ эсенә алып һөйләй башлаһа, үҙенән үҙе образға ла керә, теле лә, фекере лә таҙара. Әлегә балалар тәбиғәт балаһы булыуҙан ятһына. Ошо барьерҙы үттеләр иһә, улар барыһы ла оҫтаға әйләнәсәктәр”, - тине ул. Эпосты сәхәнәләшетереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп, сәсәниә бер нисә ҡобайыр әйтеп бирҙе.