Ҡурай
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Октябрь 2018, 18:34

Радий Хәбиров: «Төп бурыс — Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеү»

«Хәҙер үҙем өсөн күргән төп бурыс – Президенттың ышанысын аҡлау һәм Башҡортостан халҡының тормошон яҡшыраҡ итеү өсөн бөтә көсөмдө, тәжрибәмде һәм белемемде һалыу», — тип Faceboook-тағы сәхифәһендә яҙған Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

«Мәскәү өлкәһе Губернаторы Андрей Воробьевҡа уникаль үҫешкән командала эшләү мөмкинлеге өсөн рәхмәтлемен. Әлбиттә, Красногорск халҡына ошо ике йыл дауамында тиерлек бергәләп округыбыҙҙы үҫтергән, уны Мәскәү өлкәһенең алдынғы ҡалаһы итеү өсөн көсөбөҙҙө, энергиябыҙҙы һалған өсөн рәхмәт әйтәһем килә», — тиелгән яҙмала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров 11 октябрҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. 2010 йылдың июленән республиканы етәкләгән Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты.
Читайте нас: