«Минең өсөн бында һеҙҙең алдығыҙҙа тороу оло хөрмәт һәм шул уҡ ваҡытта республика халҡы алдындағы яуаплылыҡ ҙурлығын бик яҡшы аңлайым. Бөтә көсөмдө Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтермен. Нәҡ ошоно һәр ҡайһығыҙҙан һорайым һәм тулы күләмдә талап итәм», — тип Радий Хәбиров залда ултырғандарға мөрәжәғәт итте.
Бөтә тырышлығыбыҙҙы туплағанда ғына республиканы артабан да үҫтереү бурысын атҡарып була. Закондар сығарыу, башҡарма, хоҡуҡ һаҡлау власть тармаҡтары көсөн, муниципалитеттар башлыҡтары эшмәкәрлеген берләштереп кенә уңышҡа өлгәшә алабыҙ. Эшебеҙҙе дүрт миллионлы республика халҡы мәнфәғәтенән, һәр граждан мәнфәғәтенән сығып төҙөргә тәҡдим итәм. Эште күп йылға алға ил үҫеше стандарттарын билдәләгән Рәсәй Президенты указдарына таянып төҙөйбөҙ. Эште асыҡлыҡ, законлылыҡ, эш урынында һәр ҡайһыбыҙҙың һөҙөмтәлелеге нигеҙендә төҙөргә тәҡдим итәм.
Журналистарҙың фаразланған кадрҙар үҙгәрештәре тураһындағы һорауҙарына яуап биреп, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ғәмәлдәге команда менән эшләргә ниәтләнеүен хәбәр итте һәм урындағы кадрҙар потенциалын «юғары» тип баһаланы, «ҡарарҙар ҡабул итергә ваҡыт бар әле» тип йомғаҡлап.