Ҡурай
-11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2018, 13:40

Радий Хәбиров Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте

Бөгөн, 15 октябрҙә, Башҡортостан хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының эшен ҡаты тәнҡитләне.

Радий Хәбиров үҙенең почтаһында айырыуса һаулыҡ һаҡлау системаһына ялыуҙарҙың күп булыуына иғтибар итте. Төп проблемаларҙың береһе — тар белгестәрҙең етмәүе.
«Башлыҡтың почтаһы табиптар етмәй тигән хаттар менән тулған. Яңы тыуған сабыйҙы тейешле белгескә алып киләләр һәм уға инә алмайҙар, һуңынан бала вафат була. Республика клиник дауаханаһында хәлдәр нисек тора? Ауылдан килгән кешеләр иртәнән кискә тиклем сират көтөп ултыра, һөҙөмтәлә табипҡа эләгә алмай. Ни өсөн шундай хәлгә юл ҡуйҙығыҙ?» — тип һораны Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, үҙҙәренә тейешле медицина белгестәрен саҡырырға, уларға фатир бирергә мөмкинлектәре булмаған муниципалитеттарҙа ла табиптар менән тәьмин итеү мәсьәләһе эшләп еткерелмәгән.
Радий Хәбиров чиновниктарҙан Өфөлә поликлиникаларҙың етешмәүе тураһында һорауға ла аныҡ яуап ала алманы. Ул профилле министрлыҡтарға һәм ҡала хакимиәтенә хәлгә баһа бирергә ҡушты.
«Өс йыл буйына ҙур темп менән торлаҡ төҙөлдө. Ә ҡайҙа яңы поликлиникалар? Техник-иҡтисади дәлил булдымы? Минең яңылышыуым ихтимал, ләкин кәм тигәндә өс поликлиника булырға тейеш. Әгәр улар юҡ икән, был енәйәти илке-һалҡылыҡ. Әгәр улар булһа, ҡайҙа? Мин торлаҡ төҙөү яҡлы, әммә социаль инфраструктура ла төҙөлөргә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы республика онкология диспансерының яңы корпусын төҙөү ваҡытын һуҙыуға ла иғтибар итте. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республика онкология менән сирләүселәр араһында үлем осраҡтары буйынса (6% артҡан) Рәсәйҙә өсөнсө урында тора. Онкология диспансерының яңы корпусын проектлау 2012 йылда уҡ башланһа ла, объект һаманғаса файҙаланыуға тапшырылмаған.
Радий Хәбиров һирәк осрай торған (орфан) сирле пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар биреүҙәрен һораны. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтарының килешмәйенсә эш итеүе арҡаһында йыл башынан күп кенә льготалылар, шул иҫәптән орфан сирлеләр йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарҙы ваҡытында ала алманы, проблема ағымдағы йылдың июлендә генә хәл ителде.
«Тендерҙарҙа һәм конкурс һатып алыуҙарында өҙөклөктәр беҙҙең республикала ғына теркәлмәй, Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә тар белгестәр етешмәй. Ситтән күҙәтергә түгел, бының менән көн һайын шөғөлләнергә кәрәк», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы.
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә һәм төбәк Хөкүмәтенә алдағы кесаҙнала республиканың медицина тармағы проблемаларына арналған ҙур кәңәшмә әҙерләргә һәм үткәрергә ҡушты.
Читайте нас в