«Дәүләт Йыйылышы депутаттарына үҙҙәренең парламент контроле хоҡуғы менән әүҙем ҡулланыу шарт. Һеҙҙең майҙансыҡ вайымһыҙ етәкселәр өсөн ниндәйҙер Голгофа булырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Депутаттар үҙ мандаттарына карьера мәнфәғәте өсөн көрәшмәгәндәр, уларҙың бөтәһен дә республикаға һәм уның халҡына хеҙмәт итеү берләштерергә тейеш тип ышанысын белдерҙе республика етәксеһе.
«Һеҙ округтарығыҙ мәнфәғәте менән йәшәргә тейеш. Республика парламентына электрон ҡабул итеү бүлмәһе булдырырға кәрәк. Унда һәр депутаттың үҙ почтаһы булырға тейеш, уларға һайлаусылары үҙ проблемалары тураһында яҙа ала. Әгәр кешеләр яҙмаһа, тимәк улар һеҙгә ышанмай», - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттарҙа республиканың башҡарма власть органдары менән һөҙөмтәле үҫеш өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашырға әҙер партнерҙар күрергә теләүен билдәләне.