Ҡурай
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Октябрь 2018, 18:22

Радий Хәбиров Башҡортостанда тәбиғи ташты эшкәртеүҙе туҡтатырға ҡушты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә тәбиғи ташты эшкәртеүҙе туҡтатырға һәм төҙөлөш материалдарын сығарыу менән шөғөлләнгән барлыҡ предприятиеларҙы тикшерергә ҡушты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә тәбиғи ташты эшкәртеүҙе туҡтатырға һәм төҙөлөш материалдарын сығарыу менән шөғөлләнгән барлыҡ предприятиеларҙы тикшерергә ҡушты.
Кисә республика етәксеһе Баймаҡ районы Темәс ауылы янындағы карьерҙы ҡараны һәм Урал аръяғындағы барлыҡ райондарҙа тиерлек ошо ташты законһыҙ эшкәртеүҙең бик күп факттарын ысын һәләкәт тип атаны. Баймаҡ районында ғына ташты ошолай вәхшиҙәрсә сығарыу урындары — 40-тан ашыу.
«Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин улар цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп өлөшө райондың проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Сығарылған таш Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Грозныйға оҙатыла. Әгәр беҙ бынан бер ни ҙә алмайбыҙ икән, ни өсөн һатабыҙ һуң? Бәлки, эшмәкәрлектән баш тартырға кәрәктер? Ҡаҙнаға ошонан күп тигәндә биш миллион һум алабыҙ».
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы лицензиялар биреүҙе туҡтатырға һәм ғәмәлдәге лицензиялар сиктәрендә эштәрҙе алып барыуҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә ҡушты. Ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыу буйынса эшсе төркөмдө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкләй. Төркөм аҙна дауамында аныҡ план тәҡдим итергә тейеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итергә тура килер, сөнки «енәйәт билдәләре күренә һәм коррупция эшмәкәрлеге күренештәре бар». Тиҙҙән урмандар һәм ҡырағай йәнлектәргә законһыҙ һунар итеү мәсьәләләренә иғтибарымды йүнәлтергә теләйем, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Һунарсылар тотош Рәсәйҙән килә, йәнлектәрҙе пулемёттар менән генә ҡырмайҙар. Ләкин хайуандарҙы ашатыу һәм үрсетеү буйынса бер ниндәй ҙә эшмәкәрлек тә алып барылмай. Һунар цивилизациялы һәм һаҡсыл булырға тейеш», — тине республика етәксеһе.
Читайте нас: